Найти тему
Башҡортостан гәзите

Стәрлетамаҡта Сәләмәтлек паркы булдырыла

Стәрлетамаҡта “Содовик” стадионы янында урынлашҡан Сәләмәтлек паркын төҙөү дауам итә. Уны ойоштороу “Демография” милли проектының “Спорт - йәшәү нормаһы” федераль проектының маҡсаттарына тап килә. Саңғы-роллер трассаһы "Торлаҡ һәм ҡала мөхите" милли проекты буйынса төҙөкләндереләсәк. Парктың дөйөм майҙаны – 458 мең квадрат метр самаһы. Был биләмә ҡала халҡында һәр ваҡыт популяр булды. Бында ял итеү һәм спорт менән шөғөлләнеү өсөн уңайлы урын булдырырға ҡарар ителде. Әлеге ваҡытта бында видеокүҙәтеү һәм яҡтыртыу системаһы ҡуйылған. Асфальт япмаһының киңлеге 10 метр тәшкил итә. Түңәрәктең оҙонлоғо бер километрҙан бер километр ярымға тиклем артҡан. Паркта йүгереү спорты һәм скандинавса йөрөү менән шөғөлләнергә мөмкин. Бөтә эштәрҙе быйыл уҡ тулыһынса тамамларға планлаштыралар. Паркты төҙөкләндереү буйынса эштәр барышы, шулай уҡ Стәрлетамаҡҡа эш сәфәре барышында башҡа спорт объекттары менән Башҡортостандың спорт министры Руслан Хәбибов танышты. “Ҡайынҡай” санаторий-профилакторийында ул ашхананы, саунаны һәм бассейнды ҡараны. Ремонт эштәре барған бүлмәләрҙә тиҙҙән “Тархан” волейбол клубы спортсылары йәшәйәсәк. “Стәрлетамаҡ-Арена” спорт һарайында министр ҡалала хоккейға ярҙам итеүҙең, фигуралы шыуыуҙың мөһимлеген билдәләне. Әле учреждениеға тренер йәлеп итеү мәсьәләһе ҡарала. "Бөгөн республика алдында профессиональ йәки һәүәҫкәр спорт менән шөғөлләнеүселәр һанын арттырыу бурысы тора. Бының өсөн Башҡортостан да, Стәрлетамаҡ та “Демография” милли проектының “Спорт - йәшәү нормаһы” федераль проектында ҡатнаша, – тип билдәләне республиканың спорт министры Руслан Хәбибов. Билдәле булыуынса, “Демография” (национальный проект “Демография”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. #ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан Фото: Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәте.