Ял көндәрендә Хәрби хәрәкәттәр ветерандары көнө үтте. Ошо айҡанлы Межгорье ҡалаһында үткәрелгән сарала һуғыш хәрәкәттәре ветераны Михаил Адамов ҡатнашты. Уны байрам менән ҡотланылар, шулай уҡ хеҙмәт, дуҫлыҡ һәм Тыуған илде һаҡлауҙың ни тиклем мөһим булыуы хаҡында ҡыҙыҡһындылар. Илһөйәрлек йүнәлешендәге саралар "Мәғариф" милли проектының "Патриотик тәрбиә биреү" федераль проектының маҡсаттарына өлгәшеүгә йүнәлтелгән. Әлеге ваҡытта ул Норильскиҙа эшләй, Тажикстанда сроклы хеҙмәт итә. Күпмелер ваҡыттан һуң контракт буйынса хеҙмәткә әйләнеп ҡайта. Хәрби часть Чечен Республикаһында урынлашҡан була. Уны пулеметсы вазифаһына тәғәйенләнеләр. Төрлө бурыстарҙы үтәгәне өсөн һуғыш хәрәкәттәре ветераны статусына эйә була, наградалары ла күп – йәшел берет, 1 һәм 2 дәрәжәләге хәрби хеҙмәте өсөн билдә, “Хәрби ҡаһарманлыҡ өсөн”, “Хәрби хеҙмәттәре өсөн”, “КТО-ла ҡатнашыусы”, “Хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусы”, “Махсус тәғәйенләнештәге хеҙмәт өсөн”, “Батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ өсөн”, “Төньяҡ Кавказдағы хеҙмәт өсөн” миҙалдары. "Тыуған илде һаҡларға кәрәкме?" тигән һорауға Михаил, был – үҙен хөрмәт иткән һәр ир-егеттең, кешенең бурысы, тип яуап бирә." Тыуған илде һаҡларға – был уйҙар ысын ир-егеттең башында беренсе урында торорға тейеш, сөнки беҙҙән һуң был урында балаларыбыҙ йәшәргә тейеш. Балаларыбыҙ үҙ балаларына шатланһын, тыныслыҡта һәм именлектә йәшәһен өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләргә кәрәк", – ти Михаил. Билдәле булыуынса, “Мәғариф” (национальный проект “Образование”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. #ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан Фото: Межгорье ҡалаһы хакимиәте.