Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Башҡортостан аграрийҙары Ҡытай баҙарында нығынды

Мәләүез районынан һөт-консерва комбинаты Ҡытай баҙарын уңышлы үҙләштерә, тип хәбәр итә Россельхознадзорҙың БР буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәте. Предприятие дөйөм ауырлығы 19,3 тонна булған ҡоро һыйыр һөтөн Поднебесныйҙан контрагентына оҙата. Башҡортостан етештереүсеһе продукцияһының юғары сифатын һәм хәүефһеҙлеген ҡытай ҡулланыусылары лайыҡлы баһаланы. Быны Россельхознадзорҙың биләмә идаралығы белгестәре лә раҫлай, улар тейәп оҙатыр алдынан әҙер һөт продукцияһын һәм лаборатория һөҙөмтәләрен тикшергән. Продукция Ҡытай контрагентына автомобиль транспорты менән оҙатыла. Йыл башынан алып был Башҡортостан етештереүселәренең Ҡытай халыҡ республикаһына һөт продукцияһын икенсе тапҡыр килтереүе. Ағымдағы йылда предприятие Мәләүездән бөтәһе 31,4 тонна ҡоро һөт экспортлаған. Бынан тыш, Ҡытайға Башҡортостандан башҡа ауыл хужалығы продукцияһы ла оҙатыла. Мәҫәлән, Әлшәй районынан шәкәр заводы унда ауыл хужалығы малдары өсөн дөйөм күләме 1468 тонна булған 62 партия мал аҙығы өҫтәмәләрен экспортлаған. Күмертауҙан май экстракцияһы предприятиеһы Ҡытайға тимер юл цистерналары (флекистанкалар) менән 2014 тоннанан ашыу үҫемлек майы оҙатҡан. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, президент Владимир Путин указы менән билдәләнгән «Лайыҡлы һәм һөҙөмтәле хеҙмәт һәм уңышлы эшҡыуарлыҡ» милли маҡсаты сиктәрендә “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт» милли проекты (национальный проект «Международная кооперация и экспорт») тормошҡа ашырыла. Уның маҡсаты - 2030 йылға сеймал булмаған энергетик булмаған тауарҙар экспортының 2020 йыл менән сағыштырғанда кәмендә 70 процентҡа артыуын тәьмин итеү. Фото: resbash.ru