Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Биктимер ҡымыҙы - иң тәмлеһе!

Баймаҡ районы - республикала йылҡысылыҡ буйынса алдынғылыҡты бирмәгән төбәктәрҙең береһе. Бында һәр ауылда тиерлек йылҡы аҫрала, күптәр ҡымыҙ етештереү буйынса әүҙем эш алып бара. Ошо көндәрҙә Темәс ауылында йәшәгән Илнур Биктимеровтың йәйләүендә булырға тура килде. Ауыл эшҡыуары йылҡысылыҡ һәм малсылыҡ менән шөғөлләнә. Уның 200-ҙән ашыу йылҡыһы бар, шуның 60-ы - һауын бейәләре. Көнөнә 350- 400 литр ҡымыҙ етештерелә, уларҙы Баймаҡ, Сибай, Өфө, Магнитогорск ҡалаларына оҙаталар. Юбилей, туй тантаналары өсөн аҙна һайын тиерлек клиенттар үҙҙәренән килеп ала. Йылҡысылыҡ менән шөғөлләнгән эшҡыуарҙарға ла еңел түгел. Башҡорт тоҡомло аттарын үрсетеү, ҡымыҙ етештереү һәм уны һатыу буйынса ла хәл итәһе проблемалар бихисап. Биктимер йәйләүендәге сәйәхәт, оҫталарҙың ҡымыҙ бешеү серҙәре, геройымдың уй-теләктәре хаҡында гәзитебеҙҙең алдағы һандарында танышырһығыҙ. Әйткәндәй, 11-13 августа Баймаҡ районының Граф күле янындағы һабантуй майҙанында "Башҡорт аты" фестивале үтә. Автор фотолары.