23 йәшендә генә Сибай концерт-театр берекмәһенең "Сибай" халыҡ бейеү ансамбле солисы, талантлы һәм дәртле бейеүсе Илнар Хәтмуллин махсус хәрби операция барышында һәләк булыуы бар республика халҡын шаңҡытты. Йәш һәм талантлы бейеүсе хаҡында һәр кем үҙенең кисерештәрен, уны белгәндәр һәм бейегәнен күреп, сығышын күҙәтеп барғандар бейеү сәнғәте ни тиклем оло юғалтыу кисереүе хаҡында үҙ фекерҙәрен яҙа. Илнарҙы бәләкәйҙән белгән, уның ата-әсәһе менән оҙаҡ йылдар бергә эшләгән Башҡортостандың атҡаҙанған бейеүсеһе, "Сибай" халыҡ бейеү ансамбленә нигеҙ һалыусы Гөлназ Аҡназарова ла үҙенең "Бәйләнештә"ге сәхифәһендә түбәндәге яҙыуҙы ҡалдырған. "Илдар менән Лариса Хәтмуллиндар "Сибай" бейеү ансамбленә бейеүсе булып эшкә төшкәндә Илнар әсәһенең ҡарынында ине... Ансамблдең иң матур парҙарының береһе булып эш башланылар. Беҙҙең һәр әртистең балалары, ғәҙәттәгесә, сәхнә артында, репетициялар араһында үҫте. Илнар ҙа шулай үҫте, йылмайыуы, мөлдөрәмә тулы ҡарашы әле лә күҙ алдында... Балалар араһында ул иң батыры, сәхнәгә сығарға ҡурҡмаҫ бала ине. Ике йәш ярымда атаһы Илдар менән "Заманалар уҙа - заң ҡала" программаһында "Генерал Игзаков" бейеүен бергәләп башҡарып Сибай, Өфө тамашасыларын таң ҡалдырҙы...Ул сәхнә өсөн тыуған кеше ине! Тормош ниндәй аяуһыҙ. Бөгөн ул юҡ беҙҙең арала...Йөрәк әрней... Балаҡай, йәнең йәннәттә булһын...Илдар,... Лариса... Йыуатырға бер һүҙ ҙә табып булмай... Түҙемлек, сабырлыҡ...Минең хәтеремдә Илнар фотолағы кеүек баласаҡ йөҙө менән ҡаласаҡ..Әрмегә киткәндә ул егеттәр менән йырлап, бейеп китте. Полигонында ла бойоҡманы... Яратып башҡарған бейеүҙәрен ҡабатланылар бергәләп. Ныҡ ярата ине Илнар һайлаған һөнәрен. Ҡарап туйғыһыҙ талант китте аранан..."- тигән әрнеү һәм һағыш тулы һүҙҙәрен яҙған Гөлназ Вәкил ҡыҙы. Йәнең йәннәттә булһын, мәшһүр бейеүсе, батыр яугир! Фото һәм видео: Гөлназ Алдархан.