Найти тему
Башҡортостан гәзите

Эҫе көндә лимонад ҡотҡара

Лимонад Эҫе көндө лимонад эшләп эсәйҽк әлҽ. Ингредиенттар: 10 литр (!) һыу 4 әфлисун 1 лимон һәм шәкәр Әҙҽрләү: Әфлисун менән лимонды ҡайнар һыуға тығып алабыҙ ҙа туңдырғысҡа 8-10 сәғәткә урынлаштырып торабыҙ. Унан киҫәктәргә бүлеп ҡырҡып сығабыҙ ҙа, ит турағыс аша үткәрәбеҙ. Хәҙер инде был массаны 3 литр һалҡын һыуға һалабыҙ. 15 минуттан һуң төнәтмәне һөҙәбеҙ. Лимонадтың түпрәһен һөҙөп алғандан һуң ташлап ҡуймағыҙ. Әле ул беҙгә кәрәгәсәк. 1 кг шәкәрҙе 2 литр һыуҙа иретеп алабыҙ ҙа һөҙөп алынған һутҡа өҫтәйбеҙ. Ошонда уҡ йәнә 4 литр һыу өҫтәйбеҙ. Йәнә 1 сәғәт төнәткәндән һуң хуш еҫле, тәмле генә лимонад әҙер була. Әгәр һеҙ 10 литр лимонад күп була, тиһәгеҙ, ингридиенттарҙың яртыһын алып ташлағыҙ. Сығанаҡ: "Файҙалы кәңәштәр" төркөмө.