Әбйәлил районының Йәнекәй ауылында йәшәгән бер туған Рәфис, Рафиҡ, Фәйез Ҡунаҡҡоловтарҙың хәл-әхүәле тураһында йыш таныштырып торабыҙ. Белеүебеҙсә, нәҫел сире сәбәпле инвалид булып, ауыр ғына шарттарҙа йәшәгән замандаштарыбыҙҙың көнитмешенә, проблемаларына тәүгеләрҙән булып Рәхмәт ауылында йәшәгән Идиә Ғәлимова иғтибар итә, журналистар Рәхимә Мусина, Рәмзиә Кәримова һәм башҡалар киң йәмәғәтселеккә еткерә. Ҡунаҡҡоловтар хаҡында йәнә шатлыҡлы хәбәр бар. Был турала тележурналист Рәмзиә Кәримова "Бәйләнештә"ге сәхифәһенә яҙған. "Ҡунаҡҡоловтарҙы юғалтманығыҙмы, дуҫтарым? Юғалтмағыҙ! Егеттәр гөрләтеп донъя көтөп ята. Өйгә аш-һыу бүлмәһе төкөтөп, залдарын эстән евровагонка менән көпләп, яңы линолеум йәйеп, обойҙар йәбештереп мәж килгәндәр, картуф сәстергәндәр, ҡош-ҡорт алғандар. Ә бөгөн беҙ Йәнекәйҙә Ҡунаҡҡоловтарҙа ярҙам итешкән кешеләрҙе саҡырып ҡорбан ашы үткәрҙек, ике йыл дауамындағы эшебеҙҙе йомғаҡлап ҡуйҙыҡ. Шулай итеп, 2021 йылда Башҡортостан юлдаш телевидениеһында эфирға сыҡҡан репор