Найти тему
Башҡортостан гәзите

Иртә менән насар хәбәр...

Кисә кискә ҡарай насар хәбәр таралды. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, һыуҙа бала батҡан. Был турала шаһиттар хәбәр иткән. Фажиғә Дүртөйлө районының Әсән ауыл янындағы Кеүәш йылғаһында булған. 2015 йылғы малай һыу инеү өсөн тәғәйенләнмәгән урында һыу ингән. Уның кәүҙәһен урындағы кешеләр һөйрәп сығарған. Кәүҙәне полиция хеҙмәткәрҙәренә тапшырғандар. Әле фажиғәнең килеп сығыу сәбәптәре асыҡлана. Әле көндәр үтә эҫе тора, бөтәһе лә һыу инергә бара. Ошо ваҡытта балаларҙан күҙ яҙлыҡтырмағыҙ. Уларға һыуҙа батыу өсөн бер нисә минут ваҡыт етә. Балаларҙы һаҡлайыҡ. Фото: Башинформ.