Найти тему
Башҡортостан гәзите

“Ҡанатлы ат” ҡанатландырҙы!

Хәбәр итеүебеҙсә, Дүртөйлө районында “Ҡанатлы ат” тип исемләнгән фестиваль үтте. Унда Мәскәү, Екатеринбург ҡалаларынан, Ырымбур, Силәбе өлкәләренән, Татарстандан, республикабыҙҙың Дүртөйлө, Илеш, Яңауыл, Благовар, Баҡалы, Шаран, Мишкә, Туймазы һәм башҡа райондарынан 100-ҙән ашыу бәйгесе ҡатнашты. Етеҙлектә лә, сыҙамлыҡта ла һынаны был ярыш үҙ ҡатнашыусыларын. Алты төр сабышта еңеүселәр билдәләнде. Башҡортостан Башлығы призына ярыш та бик сәмле барҙы. Генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов призына бәйгелә еңеүҙе “Арабика” ҡушаматлы аты менән Илештән Рузил Мостафин яуланы. Быйыл ул 12 тапҡыр ярыштарҙа ҡатнашып, барыһында ла еңеүгә өлгәшкән. Ҡатнашыусыға 61 йәш булһа ла, яратҡан шөғөлө менән яңынан-яңы уңыштар ҡаҙана. "Бала саҡтан ат яратам. Атайым йылҡы малы аҫраны. Шуға 1-2-се кластарҙа уҡ һыбай йөрөй инем инде. Атҡа бер өйрәнһәң, уны ташлап булмай, - тине еңеүсе. Социалистик Хеҙмәт Геройы Рифғәт Еникеев призына ярышта “Любомир беренсе” ҡушаматлы аты менән Дүртөйлөнән Вадим Сәлимханов алдынғылыҡты бирмәне. Хәҙер инде ул егерме йыллап бәйгеләрҙә ҡатнаша. "Олатайымдың ветеринар булып эшләүе, ат аҫрауы ҡыҙыҡһыныу уятҡандыр. Төрлө эштәрҙә йөрөп ҡарағаным булды. Әммә күңелемә аттар менән шөғөлләнеү генә оҡшай, - тине “Арғымаҡ" ат спорты комплексының тренер жокейы. Фестиваль тураһында тулыраҡ гәзитебеҙҙең киләһе һандарының береһендә уҡырһығыҙ. Автор фотолары.