Майҙың икенсе яртыһынан оса башлаған себендәр ергә һәм һуғандың төбөнә йомортҡа һала. Унан сыҡҡан ҡарышлауыҡтар һуғандың эсенә инеп, уны ашай башлай. Һөҙөмтәлә йәшелсә һулый, серей. Ошо көндәрҙә һуғандың яңы уңышын алып ҡарағас, зарарланғандарына юлыҡтым. Был бәлә менән нисек көрәшергә һуң? "Россельхозцентр" үҙәге агрономы Айһылыу Камалетдинова бына нимәләр һөйләй. - Һуған менән кишерҙе аралаштырып ултыртыу алымын күптәр белә. Тағы бер ысул – һуғанды иртәрәк ултыртыу. Себен оса башлау менән түтәлдәргә ошондай матдә һибеп сығырға кәрәк: бер квадрат метр майҙанға 100 грамм ағас көлө, бер стакан тәмәке оно, бер балғалаҡ ҡара борос. Бынан һуң дүрт-биш көн һайын ерҙе йомшартып торорға кәрәк. Ҡарышлауыҡтарҙы еңеүҙең тағы бер ысулы – тәмәке оно төнәтмәһе һибеү. Бер биҙрә һыуға 200 грамм тәмәке оно йә махорканы өс литр ҡайнар һыу менән бешерәләр ҙә, ике-өс тәүлек ултыртып торалар. Һуңынан ун литр һыу, бер аш ҡалағы һабын, бер балғалаҡ борос һалып бутайҙар. Был шыйыҡсаны үҫемлектәргә һәм ергә һ