Ейәнсура районында, "Ал елкән" балалар һауыҡтырыу лагерында, "Ҡош Юлы. Балалар" конкурсы үтте. Байрамда район хакимиәте башлығы Дәмин Юланов, мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Әлфиә Ғәлиева, проектҡа нигеҙ һалыусы Азамат Юлдашбаев һәм конкурс режиссеры Минзәлә Яхина ҡатнашты. Автор йырҙары башҡарылған конкурс юғары кимәлдә үтә. Уның барышында балалар алдында билдәле бардтар, проектты ойоштороусылар, авторҙар һәм башҡарыусылар Илгиз Муллағәләмов, Тимур Ямалов, Заһир Ишкинин сығыш яһаны. 11 конкурсант ҡатнашты. Йомғаҡтар буйынса, 1-се урынды Өфө ҡалаһынан Нәйлә Атнағолова яуланы. Икенселә - Өфө ҡалаһынан Тимерхан Кәбиров һәм өсөнсө урында - Ейәнсура районынан Ильяс Шәйәхмәтов. Фото Мәғариф һәм фән министрлығынан.