Найти тему
Башҡортостан гәзите

"Илнарҙың әсәһенең өйө лә янғайны..."

Сибай бейеүсеһе Илнар Хәтмуллиндың махсус хәрби операцияла һәләк булғанын ишетеп, ғаилә дуҫтары Лилиә Абдуллина үҙенең сәхифәһендә яҙма урынлаштырған. "Мин уны һирәк күрҙем, әммә әсәһенең һөйләүҙәре буйынса уның тураһында бөтәһен дә беләм. Өлгөлө ул, талант, уның бейегәнен ҡарап туйып булмай, уны бөтәһе лә иҫ киткес яратты, әле яҡындары шул тиклем йәл. Әсәһенә, һеңлеһенә, ҡатынына, өләсәһенә һәм барлыҡ яҡындарына сабырлыҡ, һаулыҡ ҡына теләргә ҡала. Аллаға шөкөр, Ларисаның улына оҡшап торған ейәне бар, атаһын хәтерләтеп, туғандарына шатлыҡ килтереп үҫһен. Әле ул бер нәмә лә аңламай, әлбиттә. Күптәр шылтыратып, нисек ярҙам итә алабыҙ, тип һорай. Мин кисә Бөрйәндән ҡайтҡас, шунда уҡ Ларисаға килдем, әле бындамын. Әйҙәгеҙ, был ғаиләгә ярҙам итәйек. Ларисаның өйөнә ремонт та кәрәк, унда янғын булды, күп әйберҙәре юҡҡа сыҡты... Хәҙер тағы был бәлә..." - тигән ул. Йәнә бер тапҡыр ғаиләнең ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Ярҙам итергә теләүселәргә Лилиә Абдуллина сәхифәһендә Лариса Хәтмуллинаның телефонын ҡалдырған. Сығанаҡ: https://vk.com/liljamlm Фото: vk.com