Бөрө ҡалаһында Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөнә арналған күркәм байрам барыуы тураһында хәбәр иткәйнек. Сарала хәйриә фонды рәйесе Каринэ Хәбирова ла ҡатнашты. Ул башта "Йәйғор" балалар ижады үҙәгендә булып, йәш оҫталарҙың ҡул эштәре менән танышты. Тап ошо үҙәктә "Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе" асыҡ академияһы эшләне. Артабан Каринэ Владимировна Бөрө ҡалаһының Октябрьский майҙанындағы бай йәрминкәне ҡараны, халыҡ менән аралашты. Уның әйтеүенсә, Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөнә арналған байрам юғары кимәлдә ойошторолған, ошондай саралар ғаиләләрҙе һаҡлап ҡалыуға бер аҙым. Ҡала майҙанындағы шат йөҙлө атай-әсәйҙәрҙе, балаларҙы күреү – үҙе бер бәхет, тине ул. Илдар Аҡъюлов фотолары.