Фирүзә Ғибәҙуллина - Миәкә районының Ҡанбәк ауылы ҡыҙы. Моңло итеп йырлап, баянда уйнаһа ла, һөнәре буйынса сәнғәт юлын һайламаған. 1985 йылда Башҡорт дәүләт педагогия институтының физика һәм математика факультетын тамамлап, 2019 йылға тиклем Ҡанбәк ауылы мәктәбендә математика һәм музыка фәндәренән белем биргән. Әлеге көндә хаҡлы ялда. Йыр-моңға һөйөүе - бәләкәйҙән. Биш йәшлек сағынан уҡ ул баянда, гармунда уйнай, йырлай. Тос ижади уңыштары ла бар. Мәҫәлән, 2021 йылда “Яҙғы моңдар” район конкурсында гран-при яулаған, быйыл “Мин яратам һине, тормош!” конкурсында, ике йыл элек Салауат ҡалаһында уҙғарылған “Гармун моңо” республика конкурсының төбәк этабында беренсе урынды алыуға өлгәшкән. Шулай уҡ конкурсантыбыҙ “Дарман” телевизион конкурсы еңеүсеһе лә. Таҡмаҡ башҡарыусылар конкурсында ла уңыш йылмайһын, тип теләйбеҙ Миәкә йырсыһына. Фото һәм видео Ф. Ғибәҙуллинаның шәхси архивынан.