"Торлаҡ һәм ҡала мөхите" милли проектының "Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу" федераль проектын тормошҡа ашырыу барышында Башҡортостандың Салауат районы Малаяҙ ауылында яңы күп функциялы майҙансыҡ барлыҡҡа киләсәк. Былтыр төҙөкләндереү объекттарын һайлау буйынса рейтинг тауыш биреү барышында ошо йәмәғәт киңлеге иң күп тауыш йыйҙы, тип хәбәр иттеләр район хакимиәтенән. Биләмәлә белгестәр күмәк халыҡ ҡатнашлығында саралар үткәреү өсөн майҙан, резина япмалы балалар һәм спорт майҙансыҡтары төҙөргә, урам уйын формаларын һәм тренажерҙарын ҡуйырға ниәтләй. Улар декоратив скульптуралар, эскәмйәләр, урналар, ҡоймалар булдырыуҙы планлаштырған. Төҙөүселәр яҡтыртыу үткәрәсәк һәм арауыҡты йәшелләндерәсәк. "Бөгөнгө көндә подрядсы биләмәне таҙартыу һәм майҙансыҡты тигеҙләү, бордюрҙар ҡуйыу, асфальт, брусчатка һалыу буйынса эштәр башҡарған. Әлеге ваҡытта балалар өсөн уйын ҡорамалдары ҡуйыла. Эштәрҙе 2023 йылдың авгусында тамамлау күҙаллана", — тинеләр район хакимиәтендә. "Торлаҡ һәм ҡала мөхите" милли проектының (национальный проект "Жилье и городская среда") төп бурыстарының береһе — ҡала мөхитенең уңайлылығын арттырыу. Милли проект граждандарҙы үҙ ҡалаларын төҙөкләндереү мәсьәләләрен яйға һалыуға әүҙем йәлеп итеүҙе күҙ уңында тота. Бынан тыш, милли проекттың төп маҡсатлы күрһәткесе — йыл һайын 120 миллион квадрат метр торлаҡты файҙаланыуға тапшырыуҙы тәьмин итеү һәм йыл һайын биш миллион ғаиләнең торлаҡ шарттарын яҡшыртыу. Рәсәй Президенты Владимир Путин инициативаһы менән милли проекттар 2019 йылда старт алды. Фото: национальныепроекты.рф