Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

“Туғанығыҙ юл фажиғәһендә ғәйепле...”

Башҡортостанда “Туғанығыҙ юл фажиғәһенә эләккән” тигән мутлыҡ схемаһы курьеры ҡулға алынған. 26 йәшлек ғәйепләнеүсе республиканың өлкән йәштәге кешеләренән бер миллион һумдан ашыу аҡса алған. Кисә Рәсәй Эске эштәр министрлығының Мәләүез районы буйынса бүлегенең дежур бүлегенә 86 йәшлек пенсионер ҡатын үҙенә ҡарата ҡылынған мутлашыу тураһында ғариза менән мөрәжәғәт итте. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, ғариза биреүсегә стационар телефонға шылтыратыу килгән. Телефонды алғас, ҡатын ир тауышын ишетә, ул үҙен хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәре тип таныштыра. Шылтыратыусы пенсионерҙың ҡыҙының юл-транспорт ваҡиғаһында ғәйепле булыуын хәбәр итә. Ялған хеҙмәткәр ҡатынды туғанына шылтыратмаҫҡа күндерә, сөнки ул хәҙер полиция бүлегендә, һәм “енәйәт яуаплылығынан ҡасыу өсөн” аҡса әҙерләүҙе талап итә. Шулай уҡ ул аҡсаны тиҙҙән пенсионерға килгән иргә тапшырырға кәрәклеген билдәләй. Ышаныусан оло кеше шылтыратыусының кәңәштәренә ҡолаҡ һала һәм 345 мең һумын әҙерләп ҡуя. Аҡсалы пакетты ул курьерға тапшыра

Башҡортостанда “Туғанығыҙ юл фажиғәһенә эләккән” тигән мутлыҡ схемаһы курьеры ҡулға алынған. 26 йәшлек ғәйепләнеүсе республиканың өлкән йәштәге кешеләренән бер миллион һумдан ашыу аҡса алған. Кисә Рәсәй Эске эштәр министрлығының Мәләүез районы буйынса бүлегенең дежур бүлегенә 86 йәшлек пенсионер ҡатын үҙенә ҡарата ҡылынған мутлашыу тураһында ғариза менән мөрәжәғәт итте. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, ғариза биреүсегә стационар телефонға шылтыратыу килгән. Телефонды алғас, ҡатын ир тауышын ишетә, ул үҙен хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәре тип таныштыра. Шылтыратыусы пенсионерҙың ҡыҙының юл-транспорт ваҡиғаһында ғәйепле булыуын хәбәр итә. Ялған хеҙмәткәр ҡатынды туғанына шылтыратмаҫҡа күндерә, сөнки ул хәҙер полиция бүлегендә, һәм “енәйәт яуаплылығынан ҡасыу өсөн” аҡса әҙерләүҙе талап итә. Шулай уҡ ул аҡсаны тиҙҙән пенсионерға килгән иргә тапшырырға кәрәклеген билдәләй. Ышаныусан оло кеше шылтыратыусының кәңәштәренә ҡолаҡ һала һәм 345 мең һумын әҙерләп ҡуя. Аҡсалы пакетты ул курьерға тапшыра. Күп тә үтмәй, Күмертау ҡалаһы буйынса Эске эштәр министрлығына ошондай уҡ ғариза менән 77 йәшлек ҡатын мөрәжәғәт итә. Уға ла хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәре ейәнсәре арҡаһында юл-транспорт ваҡиғаһы булғаны тураһында хәбәр итә. Шылтыратыусы ҡала ҡатынын курьерға бер миллион һум тапшырырға күндерә, һәм шулай эшләнә лә. Оператив-эҙләү саралары барышында енәйәтте асыҡлау хеҙмәткәрҙәре курьерҙы ҡулға ала. Ул Мәскәү өлкәһенән 26 йәшлек кеше булып сыға. Һөйләүенсә, йәш кеше интернет селтәрендә өҫтәмә эш эҙләгән һәм курьерлыҡҡа саҡырған иғлан күргән. "Эш биреүселәр" ғәйепләнеүсегә граждандарҙың адрестарын тотторған, ул теге кешеләрҙән аҡса алған һәм үҙенең “етәксе"ләренә күсергән. Башҡортостанда ир ҡуртымға торлаҡ ала, зыян күреүселәргә тиклем таксиҙа йөрөй. Уның хәрәкәтен полиция хеҙмәткәрҙәре күҙәтә. Әлеге ваҡытта ҡулға алынған кешегә ҡарата Рәсәй Федерацияһы енәйәт кодексының 159-сы статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Ғәйепләнеүсенең республика биләмәһендәге ошондай уҡ башҡа факттарҙа ҡыҫылышы бармы-юҡмы икәне асыҡлана. Хөрмәтле граждандар, сит кешеләр менән һөйләшкәндә уяу булығыҙ. Оло йәштәге туғандарығыҙға мутлашыуҙың ғәмәлдәге төрҙәре тураһында мотлаҡ һөйләгеҙ! Әгәр туғандарығыҙ йәки таныштарығыҙ һеҙҙән телефон аша аҡсалата ярҙам һораһа, мотлаҡ уларға билдәле номерҙарығыҙ буйынса шылтыратығыҙ. Шулай уҡ уларҙың исеменән эш иткән осраҡлы курьерҙарға аҡса бирмәгеҙ. Шулай итеп, һеҙ үҙегеҙҙе һәм мөлкәтегеҙҙе һаҡлап ҡаласаҡһығыҙ. Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәренән алынды.