6 июлдә Иглин районының Ленинское ауылында Славян байрамдарының береһе Иван Купала үтте. Күркәм традицияға әүерелгән сарала урындағы төрлө милләт вәкилдәре ҡатнашты. Иван Купалаға ҡарай кис һәм төн һыу, ут, үлән менән бәйле йолаларға бай. Был ғөрөф-ғәҙәттәрҙең күбеһе төндә эшләнә. Ҡояш байығанға тиклем быуала, йылғала, мунсала һыу ҡойоноп сығыу байрамдың мотлаҡ талабы булып һаналған. Барлыҡ ҡунаҡтар кеүәҫ, ҡоймаҡтар менән һыйланды, бер кем дә байрамдың символы миндекһеҙ ҡалманы. Сараға йыйылған халыҡты урындағы хакимиәт башлығы Гүзәл Насирова тәбрикләне. "Иглин районы бай мәҙәни мираҫлы һәм күп милләтле халҡы менән данлы. Бөгөнгө байрам халыҡтарҙың берҙәмлеген тағы ла бер тапҡыр дәлилләне", - тине ул сығышында. Рәсәй Федерацияһының Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова байрамдың почетлы ҡунағы булды. "Боронғо славян байрамы йәйҙең уртаһын символлаштыра, кешеләрҙең мөғжизәгә ышанысын арттыра. Иглин районында милли йолалар киң танылыу ала. Улар беҙгә тамырҙарыбыҙҙы, йолаларыбыҙҙы, те