Иглин районында республиканың 25 районынан йыйылған һауынсылар оҫталыҡта көс һынашты. Сара “Агротех” ауыл хужалығы предприятиеһы базаһында үтте. Уның тантаналы өлөшөн Башҡортостандың ауыл хужалығы министры урынбаҫары Фәрит Вәлитов менән Иглин районы хакимиәте башлығы Гүзәл Насирова асты. - Һөтсөлөк тармағы юғары квалификациялы, үҙ эшенең оҫтаһы булған кешеләргә ныҡ бәйле. Тармаҡ тиҙ үҫешә, яңы технологиялар барлыҡҡа килә, шуға даими рәүештә оҫталыҡты арттырыу кәрәк. Тап ошондай конкурстар ярыш ҡына түгел, тәжрибә уртаҡлашыу майҙансығы ла булып тора, - тине Фәрит Вәлитов. Ярыштың Иглинда үтеүе юҡҡа түгел. Тап ошо районда, ошо хужалыҡта тәүге роботлаштырылған ферма сафҡа инде. Тиҙҙән яңы инвестиция проекты тормошҡа ашырыла башлаясаҡ. Уға ярашлы, 1200 баш мал тотоу мөмкинлеге булған комплекс сафҡа индереләсәк. Әлеге килешеүгә инвестор менән Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов Санкт-Петербург ҡалаһында үткән Халыҡ-ара иҡтисади форумд