Найти тему
Башҡортостан гәзите

Таҡмаҡсы һеҙҙе бейергә саҡыра!

Һәр ауылдың үҙ таланттары бар. Улар ошо төйәкте генә түгел, районын да күтәрә. Бүздәк тарафтарында ла йыр-моңға дәртлеләр йәшәй. Беҙҙең конкурста Ҡартамаҡ ауылынан Ризида Ғәлимова бөгөн күңелле таҡмаҡтары менән кәйефегеҙҙе күтәрер. Ризида Миңлеғәзим ҡыҙы хәҙер ун йыллап хаҡлы ялда. - Йыр-моңға һәләтем - атай-әсәйемдән. Уларҙы элек туйҙарҙа гел йырлатҡандар. Үҙемдең бер туғандарым да барыһы тиерлек йырға оҫта. Байтаҡ йылдар Таулар ауылы клубына “Мираҫ” татар халыҡ фольклор коллективына йөрөйөм. Республикабыҙҙың төрлө район-ҡалаларына конкурс-фестивалдәргә сығабыҙ. Әле яңыраҡ Ейәнсура районы һабантуйында булып ҡайттыҡ, - ти Ризида Ғәлимова. Конкурсантыбыҙ айырыуса таҡмаҡ йырларға ярата. Ниндәй байрамға барһа ла, халыҡтың күңелен аса. Әйҙәгеҙ, уның дәртле таҡмаҡтарына бер бейеп алайыҡ! Гармунда Таулар ауылы клубы гармунсыһы Ришат Ғәйнетдинов уйнай. Фото һәм видео Р. Ғәлимованың шәхси архивынан.