7 июлдә Кушнаренко районында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Первушино” аэродром комплексында булды. Унда Рәсәйҙең дөйөм тәғәйенләнештәге III авиация конгресын һәм XVII Бөтә Рәсәй авиация һөйөүселәр слетын асыу тантанаһында ҡатнашты. Төбәк етәксеһе сарала ҡатнашыусыларҙы Рәсәй граждан авиацияһының 100 йыллығы һәм Башҡортостандың граждан авиацияһының 90 йыллығы менән ҡотланы. – Бөгөн беҙгә бик күп ҡунаҡтар - дөйөм тәғәйенләнештәге авиация ватансылары килде. Был Рәсәй төбәктәренән 25-тән ашыу команда. Һеҙҙе ысын күңелдән ҡунаҡсыл Башҡортостанда сәләмләйбеҙ, - тине Радий Хәбиров. - Беҙҙең республика һәр саҡ үҙенең авиация ҡаҙаныштары һәм күк геройҙары менән дан тота. Шуларҙың иң билдәлеһе - легендар лётчик-штурмовик, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Ғайса улы Гәрәев, ул Башҡортостан ДОСААФ-ы етәксеһе булды, авиацияны үҫтереү өсөн күп нәмә эшләгән. Бынан тыш, төбәктә заманса авиация двигателдәре, вертолет техникаһы, пилотһыҙ осоу аппараттары етештерелә. Һеҙгә уңыштар, һөҙөмтәле эш