Найти тему
Башҡортостан гәзите

Астанаға Өфөнән тураға оса башлайбыҙ

Бөгөн Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров социаль селтәрҙә пост ҡалдырҙы. “Күптәрҙең Өфөнән авиабәйләнеште киңәйтеүҙе көтөүҙәрен беләм, был турала миңә комментарийҙа яҙаһығыҙ, бөтәһен дә күрәм, уҡыйым. 11 июлдән Астанаға тура рейстар асыуыбыҙ хаҡында хәбәр итеүемә шатмын. Был эште ПМЭФ майҙансығында Ред Вингс аваикомпанияһы етәкселеге менән осрашҡандан һуң дауам итәбеҙ. Әммә бының менән генә туҡталмайбыҙ. Әле Тель-Авив һәм Тбилисиға тура авиарейстар башлау мөмкинлеге буйынса һөйләшеүҙәр алып барабыҙ. Был беҙҙең өсөн шулай уҡ мөһим географик нөктәләр. Авиарейстарҙы 2023 йылдың аҙағына тиклем эшләй башлар тип уйлайбыҙ. Мартта Өфө – Минск – Өфө тура авиарейсы эшләй башланы. 18 пар рейсы башҡарылған да инде. Маршрутҡа ихтыяждың ҙур булыуын күрәбеҙ. Әле Беларусь баш ҡалаһына рейстар 96-98% тулылыҡ менән башҡарыла. Шуға күрә Минскиға рейстар йышлығын арттырырға кәрәк, һөйләшеүҙәр алып барабыҙ ҙа инде. Осраҡ менән файҙаланып, Рәсәйҙең гражданлыҡ авиацияһына – 100 һәм Башҡортостандыҡына 90 йыл тулыу менән быға ҡағылышы булғандарҙы ҡотлайым!” – тип яҙҙы ул. Фото: "Бәйләнештә".