Беҙҙең күршелә күп балалы ғаилә йәшәне. Әсәһе бик уҫал, атайҙары, киреһенсә, йомшаҡ, малайҙары тупаҫ, һуғышҡаҡ, гел йоҙроҡтарын төйнәп кенә йөрөгән кеүек хәтерҙә ҡалған. Бына шул тәртипһеҙ малайҙар араһында төҫө-ҡиәфәте менән дә, холҡо яғынан да уларҙан ныҡ айырылып торған бер бөртөк Йәмилә исемле ҡыҙ буй еткерҙе. Беҙгә, миңә һәм апайыма, ул ваҡытта ете һәм туғыҙ йәштәр тирәһе булғандыр. Үҙебеҙҙән байтаҡҡа өлкән матур аҡ йөҙлө, һары сәсле, зәңгәр күҙле шул апайҙы күрер өсөн генә улар тирәһенә бара инек. Ул да беҙҙе иптәш күреп, үҙ итеп, ихлас йылмайып һөйләшә, өй алдындағы бүрәнәгә ултырып, сәстәребеҙҙе үрә, нимәлер һөйләп көлдөрә торғайны. Тик әсәһе тәҙрә асып, ҡысҡырып ҡайтарып алыр ине. Өйҙәрендә кеше булмағанда эскә лә саҡырып индерә торғайны. Күмәк булһалар ҙа, өйҙәре һәр саҡ йыйыштырыулы, иҙәндәре һап-һары булып ялтырап ятҡаны хәтерҙә. Йәмилә апайҙың кер йыуғанын ҡарап торорға яраттым: һабынды ныҡ күпертеп, тап-таҙа итеп йыуып, ҡояшҡа сығарып элгәне гел күҙ алдына килә. Бер йәйҙә