Тыуған илен, ерен, ғаиләһен яҡлап яуға киткәндәр менән бергә ҡартатайым Сәлимйән Харис улы Туғыҙбаевҡа ла һуғышта ҡатнашырға тура килә. Ул 1901 йылда Хәйбулла районының Бүребай ҡасабаһында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Үҫмер йылдарында колхозда эшләй, ә 1930 йылда рудникка эшкә төшә. Ғаилә ҡороп, балалар үҫтереп, гөрләтеп йәшәп ятҡанда һуғыш уты тоҡана. Шыҡһыҙ һыуыҡ февраль айында тиңдәштәре менән бергә фронтҡа алына. Шул саҡтан Свердловск өлкәһендә төшкән фото һаҡлана (1-се фото). 143-сө уҡсылар дивизияһында уҡсы булып хеҙмәт итә. 1942 йылдың мартында, 1944 йылдың ғинуарында еңелсә яраланып, госпиталдән һуң тағы фронтҡа юллана. 1943 йылдың 23 ноябрендә ҡаты яралана (был мәғлүмәттәр “хәрби билет”ынан алынды). Мәскәү өлкәһенән алып Берлинғаса фронт юлы үтә. Әйтерһең дә, рустар әйтмешләй, “в рубашке родился”. Берлинда Еңеү көнөн ҡаршы ала. 1945 йылдың 9 майында Берлинда төшкән фотолары һаҡлана. Дуҫы (яҡташы тип ишеттем, дөрөҫ булһа) менән төшкән иҫтәлекле фото ла бар. Нисәнсе йыл, кем