Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Бар яҡлап та өлгө ул

Сания Ғәлина Хәйбулла районының Аҡъяр балалар моделле китапханаһында ике тиҫтә йылға яҡын эшләй. Райондың тәжрибәле китапханасыларының береһе булған Сания Зыя ҡыҙы йәш китап уҡыусылар менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итә. Бөгөн китапханалар китап биреү менән генә сикләнмәй, уларҙың эшмәкәрлек даирәһе күпкә киң. Әленән-әле төрлө кисәләр, мауыҡтырғыс саралар, уйындар, осрашыуҙар үткә­рәләр. Бындай сараларҙа Сания Зыя ҡыҙы – сценарий яҙыусы, кисәләрҙе алып барыусы, декорация эшләүсе лә. Һуңғы йылдарҙа китап уҡыу­ҙы һәм китапхана хеҙмәттәрен популярлаштырыу йәһәтенән интернет киңлектәрен әүҙем яулай китапханасылар. Бында инде Сания Зыя ҡыҙының эше баһалап бөткөһөҙ ҙур: төрлө видеоролик, буктрейлерҙар эшләү оҫтаһы ул. Район, республика, Рәсәй кимәлендәге һөнәри бәйге-конкурстарҙа яулаған призлы урындары ошо хаҡта дәлилләй. Мәҫәлән, Рәсимә Ураҡсина­ның 70 йыллыҡ юбилейына арнал­ған республика конкурсында – беренсе урынға, Мәҙә­ниәт министрлығы ойошторған “Минең Башҡортостан” виртуаль видео-энциклопедия төҙөү­ҙә уның эше “Тамашасы һөйө­үе” призына лайыҡ булды. Уҙ­ған йыл Бөтә Рәсәй “Правовой стендап” видеороликтар конкурсында, Гүзәл Ситдиҡованың 70 йәшлек юбилейына арналған республика конкурсында өсөнсө дәрәжә дипломдарға лайыҡ булды. Сания Ғәлина – йәш булһа ла, бай тәжрибә туплаған китапханасы. Намыҫлы хеҙмәте бихисап Маҡтау ҡағыҙҙарына һәм Рәхмәт хаттарына лайыҡ булған, былтырғы йомғаҡтар буйынса район хакимиәте башлығының Грантын яулаған. Кәримә УСМАНОВА Хәйбулла районы.