Бөгөнгө йәштәрҙең заман ауырлыҡтарына бирешмәй, күңелдәре ҡушҡан шөғөлгә тотоноп, ҡала ере тип тормай, ишле балалар үҫтереп, йорт төҙөп, донъя көтөргә тырышыуы һоҡландыра. Альбина менән Данис Дауытбаевтар Сибайҙың Көньяҡ ҡасабаһында йәшәй. Матур йәшәү өлгөһөн күрһәткән ғаиләлә баһадирҙай өс ул һәм сәскәләй бер ҡыҙ тәрбиәләнә. Альбина Раил ҡыҙы Баймаҡ районының Басай ауылынан. Сибай медицина колледжын ҡыҙыл дипломға тамамлап, хеҙмәт юлын Покровка ауылындағы фельдшер-акушерлыҡ пунктында башлай. Ул ваҡытта буласаҡ ире Данис Кәлимулла улы Пенза өлкәһенең Каменка ҡалаһында 30785-се хәрби часта хеҙмәт иткән була. Көндәрҙең береһендә әрме сафынан һалдат ҡайышы ялтырап торған йәш һәм ғәйрәтле егет ауылға ҡайтып төшә. Йәштәр бер күреүҙән бер-береһенә ғашиҡ була. – Тәүге осрашыуыбыҙҙы әле лә хәтерләйем, күп һөйләштек, бик күп уртаҡ темалар таптыҡ, уның менән ғүмер буйы таныш кеүекмен тойолдо. Ошо мәлдә уның минең кешем булыуын аңланым, – ти Альбина Дауытова. 2009 йылдың июнендә йәштәр гөрләтеп туй үткәрә. Ауылда эш булмағанлыҡтан, йәш ғаилә Сибай ҡалаһына күсеп килә. Көньяҡ ҡасабаһынан ер биләмәһе алып, шунда ваҡытлыса йәшәргә йорт һалалар, ҙур гараж төҙөйҙәр. Ғаилә башлығы үҙмәшғүл булараҡ теркәлеп, ике йөк машинаһында клиенттарҙың заказдарын башҡара. Альбина әле кескәй ҡыҙы менән декрет ялында. – Һәр сабый үҙ ризығы менән тыуа. Ишле ғаиләлә балалар ярҙамсыл, хәстәрлекле булып үҫә, араларында туғанлыҡ хисе көслө. Өлкәндәре – бәләкәстәренә терәк, – ти бәхетле әсә. – Улдарым йорт эштәрендә ихлас ярҙамлаша, бергәләшеп манты, билмән әҙерләйбеҙ. Ихатаны таҙа тотоу, үҙҙәренең уйынсыҡтарын, велосипедтарын йыйып ҡуйыу ҙа – улар иңендә. Бәләкәйҙән эшһөйәр, маҡсатлы һәм уңышлы булып үҫһен өсөн балаларҙы дәртләндереп тороу мотлаҡ. Мәҫәлән, былтыр үҙҙәре тимер-томор йыйып тапшырып, бер аҙ аҡса эшләп алды. Быйыл да дәртләнеп йөрөйҙәр. Спортҡа ылыҡтырып, төрлө яҡлап үҫтерергә тырышабыҙ, ғаилә менән бик күп конкурстарҙа ҡатнашып, призлы урындар алабыҙ. Күмәкләшеп тәбиғәттең матур урындары буйлап сәйәхәт итергә, балыҡ ҡармаҡларға яратабыҙ. Ғаиләлә атай абруйы – иң беренсе урында. Улдарыма һәр саҡ “атайығыҙҙан һорағыҙ”, “атайығыҙ ни әйтер” тип кенә торам. Дауытбаевтарҙың өлкән улдары Даян әле дүртенсе класты тамамлаған, Айназ – балалар баҡсаһының сығарылыш төркөмөндә. Әле уның: “Ҡасан мәктәпкә барам?” – тип түҙемһеҙләнеп йөрөгән сағы. Данир менән Әҙилә балалар баҡсаһына йөрөй. Альбина Дауытбаева күптән инде “тимер ат”ты йүгәнләгән. Күп балалы әсәгә шунһыҙ булмай ҙа: таңдан береһен – балалар баҡсаһына, икенсеһен мәктәпкә алып барырға кәрәк, төштән һуң төрлө түңәрәктәргә лә йөрөтә. Ихаталарында өр-яңы ике ҡатлы йорт ҡалҡып килә, балаларға уйнарға махсус бәүелсәк эшләнгән, бассейн урыны ла бар. Ни тиһәң дә, күмәк баланың мәшәҡәте лә, шатлығы ла күп. Татыу, матур Дауытбаевтарҙың ғаилә “һандығы”на йыл һайын муниципаль, республика һәм бөтә Рәсәй сертификаттары, грамоталар һәм дипломдар өҫтәлә бара. “Ҡыҙыбыҙ-йондоҙобоҙ саҡ ҡына ҙурайһа, ғаилә конкурсында ҡатнашырға теләк ҙур”, – ти әңгәмәсем. Күп балалы ғаилә булараҡ, дәүләттән матди ярҙам алыуҙарынан ҡәнәғәт булыуын да билдәләнеләр. Йәш ғаилә ҡалала йорт төҙөүгә ярҙам алыуға сиратҡа торған, ошо ярҙамды ла түҙемһеҙлек менән көтәләр. Тормошта үҙ урынын лайыҡлы тапҡан, дүрт бала тәрбиәләгән, сәләмәт тормош алып барған, донъяларын матур һәм нурлы иткән, үҙҙәре уңған, эшсән булған кешеләргә нисек һоҡланмайһың?! Тап Альбина менән Данис Дауытбаевтар кеүек бәләкәй дәүләт нигеҙҙәре ныҡ һәм көслө булғанда, илебеҙҙең ҡеүәтле буласағына ышаныс ҙур. Кәримә УСМАНОВА Сибай ҡалаһы