Йәй миҙгеле оло тормош юлына сығырға әҙерләнгән сығарылыш уҡыусылары һәм балаларын артабан уҡытырға, белем бирергә теләгән ата-әсәләр өсөн ҡыҙыу ураҡ осорона тиң. Ҡайҙа, ҡайһы вузға уҡырға инергә, ниндәй һөнәр алырға тип икеләнгән абитуриенттар өсөн кәңәш бирмәксебеҙ: һөнәрегеҙҙең ғүмер буйына тоғро хеҙмәт итеүен теләһәгеҙ, Башҡортостан дәүләт аграр университетына уҡырға рәхим итегеҙ! Әйҙәгеҙ, юғары уҡыу йортоноң өҫтөнлөктәре, унда бирелгән һөнәрҙәр, уҡырға инеү шарттары, мауыҡтырғыс студенттар тормошо менән танышайыҡ. Быйыл уҡырға ҡабул итеү комиссияһы рәйесе итеп тәғәйенләнгән химия фәндәре кандидаты Рәмил Рауил улы Зарипов беҙҙең һорауҙарға яуап бирҙе. – Рәмил Рауил улы, республикала ғына түгел, илебеҙҙә ҙур танылыу алған университет менән яҡынданыраҡ таныштырып китһәгеҙ ине. Ниндәй яңы һөнәр эйәләрен әҙерләйһегеҙ, абитуриенттарҙың иғтибарын ниндәй яңылыҡтар менән яуламаҡсыһығыҙ? – Башҡортостан дәүләт аграр университеты үҙ йүнәлеше буйынса Рәсәйҙәге иң алдынғы ун вуз исемлегендә