Был бәһлеүән ағас Баймаҡ районының Бетерә ауылы эргәһендә үҫә. Ошо матур ағастың һирәк осраған үҙенсәлеге бар – уға 700 йылдан ашыу! Саҡырылған ғалимдар иһә аныҡ иҫәпләп сығарған: был ағас әле 721 йәштә. Эргәһендә баҫып торғанда уның осон күрерлек тә түгел, сөнки бейеклеге – 30 метр самаһы, ә быуаттар буйы үҫеүе һөҙөмтәһендә олон алты метрлыҡ түңәрәк яһай. Быға аптырайһы ла түгел – ағас йылына 100 сантиметрға үҫә икән. Тирә-яғындағы йәш ағастар араһында ул ысын бәһлеүән булып ултыра. Был ағас ылыҫлылар ғаиләһенә ҡарай, ләкин Яңы йыл байрамы алдынан майҙандарға биҙәк булып ултыра алмай – көҙ энәләрен ҡоя. Аңлатыуҙарынса, ҡарағастар, ғәҙәттә, 300 йылдан алып 500 йылғаса йәшәй, әммә рәсми теркәлгәндәре араһында 800 йәшлеге лә асыҡланған. Беҙҙең ҡарағас ошо рекордлы һыҙыҡҡа етеп бара, ләкин һис тә ҡартайғанға оҡшамаған, ҡайырыһы һыҙырылмаған, ҡарағастарға хас сирҙәре юҡ. Ҡарағастың тығыҙлығы ныҡлы, был сифаты буйынса ул имәндән генә ҡалыша. Үҙе бигерәк талымһыҙ, теләһә ниндәй тупраҡта ла