Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Башҡорт ерендә үҙ көсөн һынап ҡараясаҡтар

Быйыл 23 июлдән 2 авгусҡа тиклем Өфөлә беренсе тапҡыр “Беҙ бергә. Спорт” йәйге сурдлимпия уйындары була. Ярыштарҙа 2,3 меңдән ашыу атлеттың ҡатнашыуы көтөлә. Рәсәйҙең барлыҡ төбәктәренән һәм дуҫ дәүләттәрҙән спортсылар 21 дисциплинала миҙалдар өсөн көрәшәсәк. Уларға ярыш тәжрибәһен һаҡлау маҡсатында ошо күләмле бәйгеләрҙе үткәреү бик мөһим. Әйткәндәй, Башҡортостанда сурдлимпия уйындарының 14 йүнәлеше үҫешкән, шуларҙың 11-е – йәйге спорт төрө. Беҙҙең вәкилдәр бадминтон, дзюдо, каратэ, тхэквондо, спорт ориентиры, йөҙөү, атыу, шашка, шахмат буйынса алдынғылыҡты бирмәй. Сираттағы ярыштарҙа ошо күрһәткестәр һаҡланыр, тигән ышаныс бар. “Беҙ бергә. Спорт” йәйге сурдлимпия уйындарын ойоштороу өсөн 500 судья, 50 сурдолог-тәржемәсе һәм 200 ирекмән йәлеп ителә. Ярыштар республиканың 13 спорт объектында 21 дисциплина буйынса үткәрелә”, – тип белдерҙе Рәсәй Дәүләт Думаһының Спорт буйынса комитеты кәңәшмәһендә Рима Баталова. Әйткәндәй, һуңғы тапҡыр Рәсәй сурдлимпиясылары 2017 йылда сығыш яһағайны. Ошо уҡ йылда уларҙы, Халыҡ-ара һаңғырауҙар спорты комитеты ҡарарына ярашлы, Бразилиялағы ярыштарҙа ҡатнаш­тырмағай­нылар. Хәҙер Рәсәй спортсыларының тап башҡорт ерендә үҙҙәрен күрһәтеү, яңы ҡаҙаныштарға өлгәшеү мөмкинлеге бар. Айһылыу НИЗАМОВА