Найти тему
Башҡортостан гәзите

Бөрйән Хатикоһы

Бөрйән районы хакимиәте башлығы Ғәзиз Манапов үҙенең "Бәйләнештә"ге сәхифәһендә Бөрйән Хатикоһы тураһында хәбәр итә. "Иҫке Мөсәт ауылы янындағы "Бәхет шишмә" һендә күптән бер эт хужаһын көтөп йөрөй. Күптәрегеҙ уны күргәндер.Бөгөнгө көндә берәҙәк эттәр темаһы бик актуаль булып ҡала килә. Урамда йөрөгән берәҙәк эттәрҙең күбеһенең хужалары бар. Уларҙың берәҙәккә әйләнеп йөрөүҙәре кешенең үҙенең яуаплылығына бәйле.Дүрт аяҡлы дуҫтарҙы онотмайыҡ, иғтибарлы булайыҡ. Көткәс тейешенсә тәрбиәләп ҡарайыҡ.Үкенескә күрә, закон талаптарына ярашлы берәҙәк эттәр менән ҡайһы ваҡыт ҡатыраҡ булырға мәжбүрбеҙ. Был эт эскерһеҙлеге менән үҙенә тартып тора. Уға хужа табылыр һәм балаларға яҡшы дуҫ булыр, тип ышанам. Бәлки һеҙҙең аранан да алып көтөргә теләүселәр булыр", - тип яҙған ул. Бөрйән Хатикоһына хужа табылырмы икән... Фото һәм сығанаҡ: Ғәзиз Манапов.