Республика Дәүләт автоинспекцияһы был ял көндәрендә Өфө, шулай уҡ муниципаль һәм республика автомобиль юлдарында иҫкәртеү сараларын уҙғара. Юл-патруль хеҙмәте экипаждары юл-транспорт ваҡиғаларын иҫкәртеүгә, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен тупаҫ боҙоуҙарҙы асыҡлауға һәм иҫкәртеүгә йүнәлтеләсәк. Иҫерек водителдәргә айырым иғтибар биреләсәк. Бөгөн Рәсәй эске эштәр министрлығының Өфө ҡалаһы буйынса идаралығының ЮХХДИ юл-патруль хеҙмәте полкының шәхси составы Нуғай шоссеһында, ә иртәгә Комсомол урамында тикшереләсәк. “Юл-транспорт ваҡиғаларын иҫкәртеүгә һеҙ хөрмәтле граждандар ҙур өлөш индерә алаһығыҙ, әгәр беҙгә юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен тупаҫ боҙоу факттары тураһында хәбәр итәһегеҙ. Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының ышаныс телефоны 8(347)279-32-92, ЮХХДИ-ның телеграм-чаты @GIBDDRB_02bot”, – тип яҙған республика ЮХХДИ идаралығы етәксеһе Владимир Севастьянов. Фото: t.me/V_Sevastyanov