Был ғаилә драмаһы тураһында аҙна башында билдәле булды. Өфөлә йәшәгән ҡатын элекке ире уны һәм уларҙың уртаҡ балаһын туҡмауы, аҙаҡ ирҙең был малайҙы урлауы тураһында хәбәр итте. Ир менән ҡатын православныйҙар өсөн танышыу сайтында танышҡан. Сәнғәт тармағында эшләгән ир күп тә аралашмай Мәскәүҙән Өфөгә килә һәм яҡташыбыҙға кейәүгә сығырға тәҡдим яһай. Туйҙан һуң ҡатынды Ҡырымға алып китә, унда уның торлағы бар. Тик өйләнешеү менән ир үҙгәрә һәм дини фанатикка әйләнә. Яңы тыуған малайын сыбыҡ менән туҡмай, имеш был сабыйға рухи үҫеш өсөн кәрәк. Шулай йәшәп ятҡан саҡта ҡатын тағы ауырға ҡала һәм ирен әсәһе менән күрешер өсөн Өфөгә ебәреүен үтенә. Тыуған яғына ҡайтҡас иһә, иренән йәшенә һәм уны яуаплылыҡҡа тарттырыға тырыша. Әйткәндәй, ир бындай ғәйепләүҙәр менән ризалашмай һәм ҡатынды никах аферисты тип атай. Йәнәһе, ҡатыны уның аҡсаһын урлап ҡасҡан. Тик нисек һәм ниндәй сумма урлауы тураһында бер нимә лә әйтә алмаған. Ә ошо көндәрҙә ир ғаиләһен күрәм тип Өфөгә килә һәм ике йәше лә тулмағ