Картуф ҡабығында крахмал күп. Ул емеш ағастарына айырыуса кәрәкле. Мәҫәлән, картуф ҡабығын ашлама булараҡ ҡулланып, ҡарағаттың емешен сейә тиклем итергә мөмкин. Бының өсөн картуф ҡабығын киптереп, йыйып барығыҙ. Ҡышҡыһын уны йылытыу батареяһы янында киптереп, туҡыманан эшләнгән тоҡ йәки сумкала һаҡлағыҙ. Йәйге осорҙа күләгәле урында ла тиҙ генә кибә. Ҡоро ҡабыҡты йомшартылған ергә таратып һалып күмегеҙ, мәҫәлән, шул уҡ ҡарағат ҡыуағы төптәренә. Ҡабыҡтан төнәтмә лә эшләргә була, уның өҫтөнә ҡайнар һыу ҡойоғоҙ һәм һыуынғас, ҡарағат ҡыуағы өҫтөнә һибегеҙ. Картуф ҡабығын кәбеҫтә менән ҡыяр ҙа ярата. Үҫентеләрҙе ултыртҡанда соҡорға аҙ ғына онталған ҡабыҡ һибеп ебәрһәгеҙ, гөрләп үҫеп, уңыш биреү өсөн тәбиғи ашлама булыр. Ә инде йәй дауамында уларҙың төптәренә картуф ҡабығы онтағы һалырға мөмкин. Фото: adfarm.ru