Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Баҡалы таҡмаҡсыһын ҡаршы алығыҙ!

Баҡалы районының Мостафа ауылынан Рәүилә Әхмәтғәлиеваның күңеле тулы моң. Ижадҡа тартылыуы бала сағынан. Дүртенсе класта уҡығанда шиғырҙар ижад итә башлай. “Ҡустым менән ярыша-ярыша шиғыр яҙа торғайныҡ” тип хәтерләй ул. Һәм был шөғөлө ғүмер буйына дауам итә. - Ошо ауылға килен булып төшкәндән бирле Мостафа сәхнәһенән төшкәнем юҡ. Йырға һәләтем әсәйемдән. Шиғырҙарҙы төрлө темаға яҙам. Туймазыла “Илһам” әҙәби берекмәһенә йөрөйөм. Унда уҙғарылған конкурстарҙа ла әүҙем ҡатнашам. Бәйләү, уйынсыҡтар эшләү ҙә яратҡан шөғөлдәремдең береһе. Хаҡлы ялда булһаҡ та, күңел ҡартаймай. Йыр–моң, ҡул эштәре менән олоғайырға ла ваҡыт юҡ, - ти ихлас йылмайып конкурсантыбыҙ. Әлеге таҡмаҡты ла Рәүилә апай үҙе сығарған. Баянсы Радик Хәфзетдинов менән уларҙың сығышын һеҙгә лә тәҡдим итәбеҙ. Автор фотоһы һәм видеоһы.