Найти тему
Башҡортостан гәзите

Башҡорт сәнғәте күгендә яҡты йондоҙ

Башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусыларҙың сираттағы “Ирәндек моңдары” төбәк-ара конкурсында үҙен һуңғы йылдарҙа халыҡ йырҙарын башҡарыу оҫтаһы итеп танытҡан егет еңеп сыҡҡас, уның менән тәүге танышыу хәтирәләрен яҙып үтеү яҙыҡ булмаҫ тип уйлайым. Бынан ун йыл элгәре Учалы ра­йо­нына юлым төшкәйне. Унда хал­ҡыбыҙҙың ҡабатланмаҫ моңло, даһи йырсыһы Абдулла Солтанов менән осрашҡайным. Ул ваҡыт, олоғайһа ла, бер-бер артлы дүрт-биш башҡорт халыҡ йырын баш­ҡара ала ине әле. Уның йырҙарын, үҙенсәлекле моңон, нескәлектәрен радио, һуңыраҡ интернет аша ғына ишетеп үҫкән миңә үҙемдән бер аҙым ғына арала торған йырсының йәнле тауышы шул тиклем ныҡ тәь­ҫир иткәйне. Күкрәгенән сыҡҡан моңо, үҙенән-үҙе бөтә тәнем аша үтеп, йөрәктең нескә ҡылдарына те­йеп, шундай көс менән үҙенән-үҙе күҙемдән йәш атылып сыҡҡайны. Башҡортомдоң ошондай ҙа бөйөк моңон тыңлап, инде олоғай­ған моң эйәһенә оҙон ғүмер теләп, башҡорт халыҡ йырҙарын ошондай кимәлдә башҡарыусылар башҡаса тыумаҫ та, булмаҫ та инде, тип моңһоуланып ҡайтҡайным. Был хәлгә нисәлер йыл үткәс, алдымда торған бер егет, ҡурайға ҡушылып, башҡорт халыҡ йырын йырлап ебәрҙе. Әйтерһең, тиҫтә йыл элгәре яңғыраған тауышты ишеттем, алдымда Абдулла Солта­новтың йәш сағы баҫып торған ке­үек хис иттем. Шул тиклем тәьҫир­ләндем һәм тетрәндем. Йырсылар­ҙың олоһо, тауыш күрһәткесе буйынса ике октава юғары алып, йыр­ҙарын күкрәк төпкөлөнән сығарһа, йәше үҙенең лирик тенор тауышы менән бик юғары тонда йырлай ине. Халыҡ йырҙарын үҙләштереп, боронғоларҙың моңон, тауышын, бар асылын һеңдергән был йәш йырсы Баймаҡ районының Буранбай ауылынан Нух ҠОТОЕВ ине. Башҡорт халыҡ йырҙарына бик яуаплы һәм һаҡсыл ҡараған егет­тең быйыл “Ирәндек моңдары”нда Гран-приға лайыҡ булыуы – тәбиғи күренеш. – Нух, йырсы булырыңды ҡасан аңланың? Бала сағың, ғаиләң тураһында һөйлә әле. – Мин, районыбыҙҙа ғына түгел, республикабыҙ тарихында ҙур урын биләгән легендар Буранбай ауылында тыуып үҫтем. Атай-әсәйем Гөлсирә менән Мазһар Ҡотоевтар­ҙың уртансы улымын. Улар ҙа, ағайым менән ҡустым да, олатай-өләсәйҙәрем дә – йырсылар. Халыҡ йырҙарына тартылыуымды бәләкәй саҡтан аңланым, быны Аллаһ Тәғәләнең ҡөҙрәте тип ҡабул итәм. Үҫә биргәс инде, был юҫыҡта тәрәнерәк белем алыу ниәтенән Сибай сәнғәт колледжына уҡырға индем. Унда белем биргән уҡытыусым Динар Мират улы Ласыновҡа ифрат рәхмәтлемен. Вокал буйынса белемде ул бирҙе, ҙур мөмкинлектәремде асты. Уны тамамлағас, З. Исмәғилев исемен­дәге Өфө дәүләт сәнғәт институтына уҡырға индем. – Әйткәндәй, һин респуб­лика­­быҙ­ҙың беренсе президенты Мортаза Ғөбәйҙулла улының яратҡан йырсыһы инең, тиҙәр... – Эйе. Бала сағымда, миңә 7-8 йәш булдымы икән, “Быуаттар артылышы” тигән бер сара булғайны. “Нефтселәр” һарайында үткән был байрамға Баймаҡ районынан “Ирәндек” бейеүселәр ансамблен, йырсыларҙы, мине лә килтерҙеләр. Мортаза Рәхимовтың килгәнен теҙелешеп көттө барыһы ла, Фәйзи Ғәскәров ансамбле бейеүселәре иһә уны бейеп ҡаршы алды. Мин башҡорт халыҡ кейемендәмен. Атайым мине ишек төбөндә торған ниндәйҙер фольклор ансамбле янына ҡуйып китте. Кәүҙәгә бәләкәй генәмен, ҡыҙыҡ күреп, тамаша ҡа­рап торһам, ишектән президент ба­бай үҙе килеп инде. Үтеп барған еренән туҡтап, миңә әйләнде, һау­лыҡ һорашты ла күтәреп үк алды. – Шунан, улым, исемең нисек? Йырлайһыңмы, бейейһеңме? – тип һораны. Мин әйтәм: – Бейейем, исемем – Нух! – Нух – һәйбәт исем! – тине лә мине төшөрөп, ары атланы. Шунан мин ошо байрамда башҡорт халыҡ йыры “Ильяс”ты башҡарҙым. Аҙаҡ инде Рәхимов үҙе Бай­маҡ­ҡа барған һайын мине саҡыртып йырлатыр булып китте. Халҡы­быҙҙың шундай ҙур шәхесе булһа ла, бер бәләкәй генә малайҙың йырлауынан оло кинәнес таба, ҡыуаныс ала белә ине, тауышымды хөрмәт итте, ихлас яратты. – Эйе, һинең тауышыңа һоҡ­лан­мау мөмкин түгел! Шуға ла, башҡорт халыҡ йырҙарын баш­ҡарыусы булараҡ, кемдең фе­кер­ҙәренә таянаһың? Кемдәрҙән оҫталыҡ, тәжрибә алыуыңды ла белергә теләр инек... – Мин башҡорт халыҡ йырҙарын күбеһенсә Абдулла Солтановтан өйрәнәм. Иншар Солтанбаев, Рамаҙан Йәнбәков, Сөләймән Абдуллиндарҙы тыңлайым. Әлеге ваҡытта Азамат Тимеров – беҙҙең өсөн остаз, эталон. Ҡатын-ҡыҙҙар­ҙан Флүрә апай Килдейәрованың йырҙарын тыңлайым. Күпселек осраҡта, нисегерәк йырларға, ниндәйерәк йырҙы һайларға, тип ағайымдан кәңәш алам. Хәҙер инде мин дә лирик тенорҙан, ағайҙыҡы кеүек, драматикаға етеп киләм. – Йыр сәнғәтенең һәр йүнәле­шенең үҙ ҡағиҙәләре бар. Һин шуларға таянаһыңмы, сиктәрҙән сыҡҡаның булдымы? – Сиктәр, ҡағиҙәләр бар, әлбит­тә. Уларға таянырға кәрәк. Халыҡ йырын бик дөрөҫ итеп, урын-еренә еткереп башҡармаһаң, халыҡ йыры булмай ул, боҙола. Мәҫәлән, ҡайһы берәүҙәр үҙҙәре­нең нотаһын ҡуша, икеләтә, өсләтә “әйләнеш” яһап ташлай, был ҡағи­ҙә­ләрҙе боҙоу тип атала. Халыҡ йыры нисек бар, шулай тамаша­сыға еткерелергә тейеш. Ҡайһы берәүҙәр академ-планда йырлап ташлай һәм, шул ҡағиҙәләргә таянып, йырҙы боҙоп ҡуя. Халыҡ йырын ихлас итеп, күңелдәрҙе күтәреп, күкрәкте тултырып тороп йырларға кәрәк. – Әйткәндәй, Абдулла Солтановты ғына алғанда ла, уның боронғо алым менән йырлауын иҫәпкә алып, мәҫәлән, “Буранбай”ҙың Солтанов вариантын барлыҡҡа килтергәндәр. Быға ҡарашың нисек? Бөтә кеше йырлағанса ғына башҡарырға уйлайһыңмы, йә иһә үҙеңдең дә берәй вариантты сығара алыу мөмкинлеге бар тип һанай­һыңмы? – Үҙеңдең вариантың булырға тейеш түгел, тип уйлайым. Халыҡ йырын башҡарғанда үҙеңдең тауышың, алымың булһа, һәйбәт, әлбиттә, әммә һәр йырсы үҙенең вариантын булдырырға тырышһа, башҡорт халыҡ йырҙарынан бер нәмә лә ҡалмаясаҡ. Халыҡтан нисек килгән, шулай йырларға кә­рәк. Әгәр берәйһе йыр­лағанда үҙе теләгән­сә өлөш индер­һә, йыр тарҡаласаҡ, киләһе быуын­дарға бер нәмә лә ҡалмаясаҡ. Ә инде Солтановтың боронғоларса йырлап, иҫ китмәле өлгөләр ҡалды­рыуына һоҡланам. Беҙгә лә шулай дөрөҫ вариант­тарҙы элекке йырсы­ларҙан отоп алып ҡалырға кәрәк. – Бына һин, халыҡ йырҙары­нан тыш, эстрада йырҙарын да башҡараһың, ә башҡорт эстра­даһының бөгөнгө хәле менән килешәһеңме? – Башҡорт эстрадаһына, әлбит­тә, үҙгәреш индерергә кәрәк. Хә­ҙерге ваҡытта туған телде, көйҙө боҙоп йырларға тырышыусылар күбәйҙе. Ҡайһы бер йырсылар үҙҙә­рен ҡараһын, белемдәрен арттыр­һын, милләтебеҙҙең мәҙәни тарихына тап төшөрмәһен ине. Бигерәк тә хәҙер уҡымаған йырсылар күп, тауыш бар, уҡыу кәрәкмәй, тип уйлап яңылышалар. Белемле йырсы­ның бит моң кимәле башҡаса була, уның тауыш мөмкинлектәрен уҡы­тыусыһы аса, тағы ла матурыраҡ, көслөрәк, профессиональ кимәлдә йырларға өйрәтә. Йәнә эстрада йырҙарын ғына түгел, халыҡ йыр­ҙарын да боҙоп, шоу эшләргә тырышыуҙары менән килешмәйем. Мәҫәлән, халыҡ йырҙарына, көйҙәренә аранжировкалар эшләп, стилләштереп сығарған булалар. Ул бит дөрөҫ түгел, халҡыбыҙ йыр­ҙарын боҙорға ярамай. Мәҫәлән, “Буранбай” йырын тауышҡа һалып, хор менән йырланылар. Әлбиттә, уны композитор тауышҡа һала, әммә ул – халыҡ йыры, ул нисек бар, шулай ябай, бар үҙенсә­лектәре менән башҡары­лырға, ә тауыштарға бүленергә тейеш түгел, тип уйлайым. – Башҡорт сәнғәтен үҫтереү буйынса ниндәй хыял-маҡсатың бар? Киләсәктә үҙеңде кем итеп күҙ алдына килтерәһең? Һәләте, моңо булғандар сәнғәт юлын һайламайынса, икенсе йүнә­лешкә өҫтөнлөк бирә торған. – Башҡорт халыҡ сәнғәтен үҫте­реү буйынса халҡыма теләктә­рем шул: милли моңобоҙҙан яҙма­һаҡ ине. Башҡорт халыҡ йырҙарын, үҙебеҙҙең эстраданы бергәләп күтәрергә кәрәк. Халыҡ фәҡәт үҙе­нең йыр-моңона өҫтөнлөк бирһә, йырсылар ҙа үҙ хеҙмәтенә яуап­лыраҡ ҡараясаҡ, халҡының ихтыяжын ҡәнәғәтләндерергә тырыша­саҡ. Ә үҙем иһә, сәнғәт юлынан тай­пылмай атларға йыйынам, ба­рыһы ла Аллаһ Тәғәләнең ҡу­лында, әлбиттә. Әммә мин халҡым­дың һәләтен, моңон үҙемә һеңдер­гәнмен икән, ошо халыҡтың мәҙәни, әхлаҡи донъяһын байытырға, милли йәһәттән уға хеҙмәт итергә тейешмен. Уйлап ҡараһаң, халыҡ йыры – үҙе үк бер камил сәнғәт өл­гө­һө! Ул үҙе үк мәҙәниәтебеҙҙең юғары кимәлен аңлата. Бына ошо кимәлде үҙендә тойоп, ҡа­батланмаҫ тауышын, асыҡ, эскерһеҙ йөрәген туған халҡы­быҙға бағышлаған аҫыл егет­тең юлдары һәр саҡ асыҡ булһын, яҡты уйҙары юғары маҡсаттарға өлгәштерһен. - Таңсулпан БАЙТИМЕРОВА