Әле тышҡа сығырлыҡ түгел, эҫе ҡурып бара. Был кешеләр өсөн ҙур хәүеф тыуҙырыуы ихтимал. Республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты эҫе көндәрҙә үҙеңде нисек тоторға кәңәш бирә. Эҫе көндәрҙе һаулыҡҡа зыянһыҙ үткәрер өсөн ябай ҡағиҙәләрҙе иҫәптә тоторға кәрәк. Мөмкинлек булғанда эҫе һауа торошонда ҙур физик эш менән шөғөлләнмәгеҙ, магазиндар буйлап оҙаҡ йөрөмәгеҙ. Юлға күберәк ваҡыт бүлеп ҡуйығыҙ, эҫелә йөрөү тиҙлеге әкренәйә. Ҡояшҡа сығыуығыҙҙы иртәнге һәм киске сәғәттәр менән сикләргә тырышығыҙ. Сәғәт 10-ға тиклем һәм 16 сәғәттән һуң тышта йөрөгөҙ. Өлкән йәштәгеләргә һәм бәләкәй балаларға, шулай уҡ гипертония сирҙәренән яфаланғандарға табиптар урамға эҫелә сыҡмаҫҡа кәңәш итә. Кәңәш үтәлмәҫтәй булһа, күләгәлә булырға тырышығыҙ, мотлаҡ башығыҙҙы ҡаплап йөрөгөҙ. Балаларҙы урамға, шәхси автомобилдә һ.б. ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ. Автомобилселәргә нимәгә иғтибар итергә? Руль артында һаҡ булығыҙ. Ҡыҙған салонда водителдәр тиҙ арый, уларҙың иғтибары кәмей, юл-транспорт ваҡиғаларының