Халҡыбыҙҙың милли эсемлеге ҡымыҙ үҙенең шифаһы, бик күп сирҙе дауалауы, тәнгә сихәт, йәнгә рәхәт биреүе, һыуһынды ҡандыра алыуы менән ата-бабаларыбыҙҙың яратҡан эсемлегенә әүерелгән. Иң хөрмәтле ҡунаҡтарҙы ҡымыҙ менән ҡаршылар булғандар. Батырҙар эсемлеге бөгөн дә ҙур ихтыяж менән файҙалана. Һуңғы йылдарҙа ауыл ерендә йәшәгәндәр ҡымыҙ етештереү менән етди шөғөлләнә. Баймаҡ районында йылҡысылыҡ тармағы йылдам үҫешә, башҡорт тоҡомло аттар аҫрала, шәхси хужалыҡтарҙа мал һаны йылдам арта. Еңелдән булмаһа ла... Аҡтау ауылында йәшәгән шәхси эшҡыуар Миңзәлә Иҫәндәүләтова һуңғы йылдарҙа ҡымыҙ етештерә. Дөрөҫөрәге, ғаилә хужалығын булдырған. Бер туған ҡустыһы Әғзәм, улы Илназ менән бергә эшләй ул. Ҡасандыр Турысай ҡушаматлы бер бейәнән башланған шөғөл бөгөн ярайһы уҡ үҫешкән. Уныһын да ҡолон ғына көйө ҡустыһы башмаҡҡа алмаштырып ала. Бала саҡтан аттарҙы яратып, уның өҫтөндә үҫкән малайға “ат ене” ҡағылған тиҙәр. Мәктәп йылдарында көтөүен дә көтә, аттарҙы ла ҡарай. Артабан яйлап йылҡы ишәйә, ҡолондар ҡалдырыла. Ғаиләнең һәр береһенә инселәп ҡолон бирелә, улары аҡрынлап ҡонанға, тайға әйләнә бара, аҙаҡ йылҡылдап торған бейә малына әүерелә. Төп нигеҙҙә әсәһе менән бергә йәшәгән Миңзәлә Әҙеһәм ҡыҙы Өфөләге һеңлеләренең йылҡыларын көтә. Бына шундай татыу һәм берҙәм ғаилә ул Иҫәндәүләтовтар. Ә бит барыһы ла уйламағанда башлана. Миңзәлә Иҫәндәүләтоваға, Сибайҙан әсәһе янына күсеп ҡайтҡас, төрлө эште башҡарырға тура килә. Алыҫ Себер тарафтарына ла сығып китергә мәжбүр була, әммә күңелендә күптән йөрөткән хыял тынғылыҡ бирмәй уға. Хужалығындағы һәүкәштәрен һауып, ағын баҙарға алып сығып та һата, ҡул эштәре менән дә булыша. Туғандары бергә йыйылғанда Миңзәлә Иҫәндәүләтова үҙенең серен сисә: үҙ эшен асыу тәҡдиме менән уртаҡлаша. Өфөлә йәшәгән һеңлеләре шунда уҡ ярҙам итәсәктәрен белдерә, ҡустыһы ла, улы ла хуплай. Шулай итеп, уның башланғысы менән йылҡысылыҡ яйға һалына. Бөгөн хужалыҡта 20-нән ашыу йылҡы малы бар, уларҙың барыһы ла һауыла. Ҡолондар айырым көтөлә, төнгөлөккә әсәләренә ҡушыла. Ҡатын-ҡыҙға йылҡысылыҡ менән шөғөлләнеү еңелдән түгел. Тәүҙә Миңзәлә Әҙеһәм ҡыҙы бейәләрҙе үҙенең кәртәһендә һауа, өйөнән үк ҡымыҙ һата. – Йәшермәйем, еңелдән булманы. Башта ҡустым да Себерҙә эшләй, улым да янымда түгел ине. Бейәләрҙе ҡул менән һауам. Бигерәк тә йәш йылҡыны өйрәтеүе ауыр. Етмәһә, һыйырҙарым да бар. Ярай әле әсәйем янымда, ул ҡулынан килгәнсә ярҙам итте. Бейәләрҙе һауып алғас та ҡымыҙ бешергә тотонабыҙ. Көндәлек ҡымыҙҙы һатып ебәрергә лә кәрәк, уныһын да үҙеңә хәстәрләргә тура килә. Бер үҙем генә алып китә алмаҫ инем, янымда ярҙамсыларым булмаһа. Ҡустым да эшенән ҡайтты. Улым, эргәбеҙҙән генә йорт һатып алып, ғаиләһе менән ауылға күсеп килде. Эштәребеҙ күҙгә күренеп алға тәгәрәй. Килендәрем менән ейән-ейәнсәрҙәрем, ҡустымдың балалары ла ярҙамлаша, – тип шатлыҡтарын уртаҡлаша әңгәмәсем. Артабан үҙҙәренең бесәнлек урынында бик матур итеп ҡымыҙ етештереү йәйләүе төҙөй улар. Бейәләрҙе һауыу өсөн махсус урындар, ялан кәртә эшләнгән. Тәүҙәрәк бейәләр ҡул менән һауылһа, хәҙер уларҙы махсус аппарат менән генә һауып алалар. Быйыл ғына һатып алынған һауын ҡорамалы ҡымыҙ оҫталарының эшен күпкә еңеләйткән. Үҙҙәре менән генератор алып йөрөйҙәр, сөнки йәйләүгә яҡтылыҡ үтмәгән. Район етәкселеге эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеген тормошҡа ашырыу өсөн социаль контракт нигеҙендә уға адреслы социаль ярҙам алыуға документтар тапшырырға тәҡдим итә. Күп тә үтмәй, 250 мең һум дәүләт ярҙамы бирелә, ул аҡсаға үрҙә әйтелгән әйберҙәр менән бесән сапҡыс һатып алына. Шулай уҡ киләсәктә башҡорт тоҡомло аттарҙы үрсетеү маҡсатында өйөр айғыры ла үҙ аҡсаларына алынған, бөгөн ул – йылҡы өйөрөнөң иң ышаныслы башлығы. “Йылҡы көтөүсеһе генә түгел ул” Бөгөн ауыл ерендә көндөҙ шәм яндырып эҙләһәң дә, көтөүсе табырмын тимә. Әғзәм Әҙеһәм улының, Себерҙәге эшен ташлап, тыуған ауылына ҡайтыуы – Миңзәлә апаһы өсөн генә түгел, барлыҡ ауылдаштарына ла ҡыуаныс була, сөнки бәләкәйҙән һыбай сабып үҫкән егет малҡайҙар өсөн йәнен бирергә әҙер. Үҙҙәренең йылҡы көтөүенән башҡа, ул тағы ла ауыл халҡының дүрт өйөр йылҡыһын көтә. Күптәр “Ни өсөн бергә ҡушып көтмәй һуң?” тип тә аптырайҙыр. Белеүегеҙсә, йылҡы өйөрө уның айғырына бәйле, ул сит аттарҙы үҙ көтөүенә ҡабул итә йәки юҡ, шуға күрә бер ауылда ғына ла бер нисә өйөр йылҡы булыуы ихтимал. – Көтөүсе эше еңел тип уйлайҙар, әммә ныҡ яңылышалар, – ти Әғзәм Иҫәндәүләтов. – Көнөнә дүрт сәғәт кенә йоҡларға тура килә. Таңғы дүрттән мин һыбай килеш аттарҙы ҡарарға сығам, бер өйөрөн ҡырға сығарам, икенселәрен һауынға алып ҡайтам. Бына шулай бер-бер артлы эш табылып ҡына тора. Хәҙер аттарҙы иғтибарһыҙ ҡалдырып булмай, юлға сығыуҙары бар. Ат хужаһы һиңә малын ышанып тапшырған икән, көҙгә ҡәҙәр, хатта ҡышын да көтөргә тура килә. Эшем оҡшай, аттарҙы яратам. Ыҫланған ҡымыҙға һорау ҙур Махсус урында бейәләр һауылғас, көндәлек һөттө алып ҡайтып, йорт янындағы махсус урында бешәләр. Миңзәлә Әҙеһәм ҡыҙының таҙалыҡ яратыуы, ҡымыҙ бешкән урынын тәртиптә тотоуы шунда уҡ күҙгә ташлана. Ошонда уҡ махсус мейес эшләнгән, унда ыҫланған ҡымыҙ бешеү өсөн йүкә гөбөһө ҡуйыла һәм аҫтына ерек сөрөгө яндырыла. Артабан теләүселәргә ошо ыҫланған гөбөлә ҡымыҙ бешелә. Икенсе гөбөлә ябай ысул менән сөсө ҡымыҙ әҙерләнә. Һәр кем үҙенә оҡшағанына заказ бирә, килеп һатып ала. Аҡтау ҡымыҙының тәмле, шифалы булыуының төп сере – боронғо әсетеү ысулдарына нигеҙләнеп, үҙенсәлекле рецепт буйынса ағас гөбөләрҙә ҡул көсө менән бешелеүендәлер, моғайын. Бейәләр көнөнә өс тапҡыр һауыла, яҡынса бер һауғанда 30 литрҙан ашыу һөт сыға, көнөнә 100-әр литр ҡымыҙ етештерелә, әммә көндәлек ҡымыҙҙы һатыуҙа проблемалар юҡ түгел. Көндәр йылы торғанда, уны һораусылар күп була, көн һыуыттымы, клиенттар ҙа кәмей, шуға күрә районда күмәртәләп ҡымыҙ һатыу йәиһә тапшырыу урыны әҙерләнһә, яҡшы булыр ине, тигән теләктә Миңзәлә Әҙеһәм ҡыҙы. Киләсәктә был проблема хәл ителер ул, тик көнө генә ҡәҙерле. Шулай уҡ нисәмә йыл йылҡылары өсөн көтөүлек ерҙәре ала алмай интегә. “Әгәр район етәкселеге тарафынан ошо мәсьәлә ыңғай хәл ителһә, йәйләүҙә ҡымыҙ өйө төҙөп ултыртыр инем”, – ти әңгәмәсем. Башҡорт халҡы, ҡымыҙы менән хаҡлы рәүештә ғорурланып, уны үҙ бренды итһен өсөн, йылҡысылыҡта эшләгән йүнселдәргә бар яҡлап ярҙам ҡулы һуҙыу кәрәк. Ул сағында Миңзәлә Иҫәндәүләтова, ҡайһы саҡта һыбай менеп, үҙе аттарын көтөп, “тимер атын” йүгәнләп, Сибай – Баймаҡ юлына үҙе етештергән ҡымыҙын һатырға алып сыҡмаҫ та ине. Ҡымыҙ йортонда рәхәтләнеп ҡымыҙ бешеп, яҡташтарының сәләмәтлеген яҡшыртыуға үҙ өлөшөн индереп, йәштәргә шифалы эсемлекте бешеүҙең боронғо алымдарын өйрәтеп, киң сәхрәләрҙә иңләп, йәйҙе йылҡыларын көтөп уҙғарыуына ышаныс ҙур. Тиҙҙән ғаилә бизнесын бер төптән алып барған Иҫәндәүләтовтарға уңыш йылмайыр, тигән теләктә ҡалайыҡ. Билдәле булыуынса, 11–13 августа Баймаҡ районының Граф күле янында “Башҡорт аты” фестивале үтәсәк. Сараға Миңзәлә Иҫәндәүләтова үҙе әҙерләгән ыҫланған ҡымыҙын алып сығырға йыйына. “Аҡтау ҡымыҙы” тип яҙылған шифалы, сифатлы баһадирҙар эсемлеге янында туҡтамайынса, иң тәмле ҡымыҙҙы ауыҙ итмәйенсә, уны һатып алмайынса үтмәгеҙ! - Кәримә УСМАНОВАБаймаҡ районы