Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Яҡташтарына ярҙамға килергә әҙер

“Берҙәм Рәсәй”ҙең “Бөтә кеше өсөн спорт” партия проектының төбәк координаторы, Саҡмағош районының Күсәкәй ауылынан сыҡҡан эшҡыуар Фәрит Ғиндуллин – “Атайсал” республика проектының авторҙашы һәм башланғысҡа һәр яҡлап булышлыҡ күрһәткән замандашыбыҙ. Фәрит Хөрмәтул­ла улы бәләкәй Ватаны менән бәйлә­нешен өҙмәй, һәр ваҡыт яҡташтарына ярҙамға килергә әҙер. Ул Бөйөк Ватан һуғышында һә­ләк булған яугирҙәр иҫтәлегенә ҡуйылған һәйкәлде реконструкцияла­ған, яңы стела урынлаштырған, мемориал тирәһендәге сквер биләмәһен төҙөкләндергән. Ғөмүмән, уның ғәмәлгә ашырған изге эштәре һанап бөткөһөҙ. “Атайсал” проектында әүҙем ҡатнашҡан өсөн ул Салауат Юлаев орденына лайыҡ булды. – Күсәкәйҙә әсәйем, дуҫтарым, класташтарым, туғандарым, күршеләрем йәшәй — уларҙы оноторға ярамай. Тыуған илендә яҡшы эштәр башҡарған башҡа күп кенә яҡташтар ҙа шулай фекер йөрөтә. Халҡыбыҙ тыуған төйәгенең батырҙары тураһында белһен һәм төпкөлдә тормош йәнләнһен өсөн махсус проект булдырырға ҡарар иттек. Башҡортостанда дүрт мең

“Берҙәм Рәсәй”ҙең “Бөтә кеше өсөн спорт” партия проектының төбәк координаторы, Саҡмағош районының Күсәкәй ауылынан сыҡҡан эшҡыуар Фәрит Ғиндуллин – “Атайсал” республика проектының авторҙашы һәм башланғысҡа һәр яҡлап булышлыҡ күрһәткән замандашыбыҙ. Фәрит Хөрмәтул­ла улы бәләкәй Ватаны менән бәйлә­нешен өҙмәй, һәр ваҡыт яҡташтарына ярҙамға килергә әҙер. Ул Бөйөк Ватан һуғышында һә­ләк булған яугирҙәр иҫтәлегенә ҡуйылған һәйкәлде реконструкцияла­ған, яңы стела урынлаштырған, мемориал тирәһендәге сквер биләмәһен төҙөкләндергән. Ғөмүмән, уның ғәмәлгә ашырған изге эштәре һанап бөткөһөҙ. “Атайсал” проектында әүҙем ҡатнашҡан өсөн ул Салауат Юлаев орденына лайыҡ булды. – Күсәкәйҙә әсәйем, дуҫтарым, класташтарым, туғандарым, күршеләрем йәшәй — уларҙы оноторға ярамай. Тыуған илендә яҡшы эштәр башҡарған башҡа күп кенә яҡташтар ҙа шулай фекер йөрөтә. Халҡыбыҙ тыуған төйәгенең батырҙары тураһында белһен һәм төпкөлдә тормош йәнләнһен өсөн махсус проект булдырырға ҡарар иттек. Башҡортостанда дүрт мең ярым ауыл бар. Яҡташтар берлеген үҫтерәбеҙ, урындағы муниципалитеттарҙың эшҡыуарҙар менән үҙ-ара бәйләнешен нығытабыҙ, кешеләрҙә бәләкәй Ватаныбыҙҙың яҙмышы өсөн яуаплылыҡ тойғоһо уятабыҙ. Был хәрәкәт бөтә республикала көсәйә, ауылдарҙа бихисап изге эштәр башҡарыла, – ти Фәрит Хөрмәтулла улы. Рәмилә МУСИНА