Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

“Барыһы ла мине үҙенеке тип һанай”

Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова “Атайсал” проектында әүҙем ҡатнаша. – Тормошомда бәхетлемен, сөнки тотош республика тиерлек – бәләкәй Ватаным. Бөрйән районында был донъяға килгәнмен. Атайым Ивний Вәхит улы Мәсетле районының Әбдрәхим ауылында тыуған. Әсәйем – Асия Әхмәт ҡыҙы сығышы менән Ейәнсура районынан, ғәмәлдә ул Күгәрсен районының Төпсән ауылында тыуған. Апаһы Йылайыр райо­нында донъяға килгән. Ошо төбәк­тәргә килгән саҡта барыһы ла мине үҙенеке тип һанай һәм йылы итеп “яҡташым” тип өндәшә. Ошо көндәрҙә Әбдрәхим мәктә­бенә 100 йыл тулды, унда күп йылдар элек атайым уҡыған. Ул саҡта, 40-сы йылдар аҙағында, мәктәп ике бүлмәле өйҙә урынлашҡан. Яҙын Әй йылғаһы ауыл буйлап аға, һәм балалар ауылдың бер яғынан мәктәпкә тиклем кәмәләрҙә йөрөй. Хәҙер бында заманса матур мәктәп бар. Юби­лейға атайым буш ҡул менән килмә­не: интерактив таҡта һәм проектор бүләк итте, шуға күрә хәҙер беҙҙең ғаиләнән “Атайсал” проектында ҡат­нашҡан кеше мин генә түгел, – тип фекерҙәрен уртаҡлашты Әминә Ивний ҡыҙы. Рәмилә МУСИНА