Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Ағас ҡумыҙҙар бүләк иткән

“Атайсал” проектына ярашлы, Сибай халыҡ мәҙәниәте һәм ял үҙәге рәссамы Рәил Мөһөҙөй улы Латипов “Яугүл” халыҡ ҡумыҙсылар ансамбле өсөн 80-дән ашыу ағас ҡумыҙҙар эшләгән. “Атайсал” гәзитендә хәбәр итеүҙәренсә, ул яңыраҡ милли музыка ҡоралдарын ансамблдең етәксеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Дилара Мөхөтдин ҡыҙы Рафиҡоваға тапшырған. Рәил Латиповтың бик күп эш өлгөләре Сибай ҡалаһының биҙәге булып тора. Рәил Мөһөҙөй улы ҡалала үткән мәҙәни сараларҙа сәхнәне биҙәүгә лә күп көсөн һала. Ул 40 йылдан ашыу ғүмерен мәҙәниәт өлкәһендә хеҙмәт итеүгә арнаған. Уның оҫталығы, алтын ҡулдары Сибай ҡалаһының күркәмлеген арттыра, йәмләй. “Рәил Латипов эшләгән ҡумыҙҙар ҙа, тамашасы күңелен арбап, халҡыбыҙ моңдарын киләсәк быуындарға еткерер”, – тине “Яугүл” ансамбле ағзалары. Халҡыбыҙҙың музыка ҡоралы ҡумыҙға ҡарата ҡыҙыҡһыныу йылдан-йыл арта. Сибай халыҡ мәҙәниәте һәм ял үҙәгендә эшләп килгән ҡумыҙсылар ансамблендә 61 кеше шөғөлләнә. Шуларҙың 37-һе – балалар. Ансамбль халыҡ-ара, төб

“Атайсал” проектына ярашлы, Сибай халыҡ мәҙәниәте һәм ял үҙәге рәссамы Рәил Мөһөҙөй улы Латипов “Яугүл” халыҡ ҡумыҙсылар ансамбле өсөн 80-дән ашыу ағас ҡумыҙҙар эшләгән. “Атайсал” гәзитендә хәбәр итеүҙәренсә, ул яңыраҡ милли музыка ҡоралдарын ансамблдең етәксеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Дилара Мөхөтдин ҡыҙы Рафиҡоваға тапшырған. Рәил Латиповтың бик күп эш өлгөләре Сибай ҡалаһының биҙәге булып тора. Рәил Мөһөҙөй улы ҡалала үткән мәҙәни сараларҙа сәхнәне биҙәүгә лә күп көсөн һала. Ул 40 йылдан ашыу ғүмерен мәҙәниәт өлкәһендә хеҙмәт итеүгә арнаған. Уның оҫталығы, алтын ҡулдары Сибай ҡалаһының күркәмлеген арттыра, йәмләй. “Рәил Латипов эшләгән ҡумыҙҙар ҙа, тамашасы күңелен арбап, халҡыбыҙ моңдарын киләсәк быуындарға еткерер”, – тине “Яугүл” ансамбле ағзалары. Халҡыбыҙҙың музыка ҡоралы ҡумыҙға ҡарата ҡыҙыҡһыныу йылдан-йыл арта. Сибай халыҡ мәҙәниәте һәм ял үҙәгендә эшләп килгән ҡумыҙсылар ансамблендә 61 кеше шөғөлләнә. Шуларҙың 37-һе – балалар. Ансамбль халыҡ-ара, төбәк, республика бәйгеләрендә гел алдынғы урындарҙы яулай һәм республикабыҙҙа мәҙәниәтте үҫтереүгә тос өлөш индерә. Рәмилә МУСИНА