Гармун, баян моңо ҡаты күңеллеләрҙе лә иретер, ҡайғыла һағышын да баҫыр, шатлыҡта йөрәген дә елкендерер. Ауылдарҙа йәшәгән ошо талант эйәләренең һәр береһе – рухи байлығыбыҙҙы арттырыусы халыҡ ынйылары ул. Гәзитебеҙ ойошторған гармунсылар конкурсында Ғафури районының Сәйетбаба ауылынан Хәтмулла Байбулдиндың гармун моңдарын онотмағанһығыҙҙыр әле. Конкурсыбыҙҙа әүҙем ҡатнашҡаны өсөн ул редакцияның Рәхмәт хатына лайыҡ булды. Ғафуриға эш сәфәребеҙ барышында гармунсы менән күрешеп, әңгәмәләшеү форсаты тейҙе. Ғүмер буйы аппаратсы, оператор, машинист һөнәрҙәре буйынса эшләһә лә, әңгәмәсемдең күңеле тулы моң. Гармунға һөйөү ҡайҙан килә? Әңгәмәбеҙ ошонан башланды. – Мәктәптә уҡығанда атайымдың бер туған ҡустыһы Ғәбит ағайымда гармун күреп ҡалдым. Шунда уҡ күҙем төштө. Ипләп кенә тартҡылап ҡарайым, көй сығарырға тырышам. Ғәбит ағай талапсан ғына булһа ла, мине тыйманы. Яйлап ҡына уның гармунында радионан ишеткән көйҙәрҙе сығара башланым. Был һәләтем тураһында Ғәбит ағайым атайыма ла әйткәндер инде. Беҙҙең ауыл магазинында төрлө гармундар була торғайны. Ә мин хыялланған “хромка” гармун юҡ. Бер көн атайым көрән-күк төҫтәге “хромка” гармун алып ҡайтты. Быны күреп, түбәм күккә тейҙе. Атайым үҙе гармунда уйнамаһа ла, бик матур йырлай торғайны. Шуға был шөғөлөмдө хуплағандыр. Әле лә иҫләйем, гармун 40 һум тора ине, ҙур аҡса ине ул ваҡыт өсөн. Миңә ҡарап бер туған Ғәйфулла ағайым да уйнарға өйрәнде. Гармунлы булыуым атайымдың бала күңелен уйлай белеүе, хәстәрлеге арҡаһында тормошҡа ашты. Балалары күмәк булғас, атайым йыш ҡына балтаһын, башҡа ҡоралдарын алып эшкә сығып китә ине, ағас эшенә оҫта булды. Ҡайтҡан сағында күп итеп күстәнәс, кейем-һалым алып ҡайтты. Ғөмүмән, беҙҙең Байбулдиндар нәҫеле музыка яғынан ғына түгел, ағас эшенә лә оҫта, – тип 13-14 йәшендә гармунға эйә булыуы тураһында һөйләне Ғафури таланты. Элек киске уйындар гармунһыҙ үтмәгән. Бөгөн ололар шул мәлде һағынып иҫкә ала. – Ауылыбыҙ ҙур булғас, өс-дүрт урында төркөм-төркөм булып киске уйындар үткәрелә ине. Тәүҙә клубҡа йыйылабыҙ, аҙаҡ ауыл осона сығып, ҡыҙҙар һәм егеттәр йырлашып-бейешеп күңел аса торғайныҡ. Мәктәпте тамамлап сығып китеп, ауылға ҡайтҡан саҡта ла ошондай уйындарҙа гармун тарттым. Элек бит һәр өй алдында эскәмйә була торғайны. Мин гармунда уйнағас, беҙҙең ҡапҡа төбөнә лә ҡыҙҙар йыйылыр ине. Атайымдың уларҙы күреп, “Ана, һандуғастарың йыйыла башлаған”, тип шаяртҡаны әле лә хәтерҙә. Бала саҡтан йыр-моңға тартылһа ла, сәнғәт юлынан китмәй Хәтмулла Байбулдин. Сәйетбабала мәктәпте тамамлағандан һуң Салауат ҡалаһында электрик һөнәренә уҡып сыға, тиҙҙән армияға алына. Ғафури егете Германияла ике йыл хеҙмәт итә. Әрменән ҡайтҡас, аппаратсы һөнәрен үҙләштереп, Салауат ҡалаһында заводта эш башлай. 1976 йылда ғаилә ҡора. Улы, ҡыҙы тыуып, донъя мәшәҡәттәре арта. 11 йыл аппаратсы булып эшләгәндән һуң, уға Себер тарафтарына эшкә сығып китергә тура килә. Хаҡлы ялға сыҡҡансы 30 йыл оператор, машинист һөнәрендә тир түгә. Ауылда тыуып үҫкән кешене йәнтөйәге ғүмер буйы үҙенә тартып торалыр. Байбулдиндар, 2007 йылда ауылдан өй алып, тәүҙә йәйгеһен генә ҡайтып йәшәйҙәр. Һуңынан бөтөнләйгә төпләнәләр. “Хаҡлы ялға сыҡҡас, ауылға ҡайтыу үҙенән-үҙе хәл ителде. Ауыл ситендә, тәбиғәт ҡосағында ғына йортобоҙ”, – ти ул. Ләкин өй мәшәҡәттәренә генә баҫылып ултырыу хас түгел Байбулдиндарға. Әңгәмәсем тормош иптәше менән бергәләп Сәйетбаба мәҙәниәт йортонда Гәүһәр Байбулдина етәкселегендәге “Асанай” фольклор халыҡ ансамблендә лә шөғөлләнә. Спектаклдәрҙә лә ҡатнашалар, башҡа байрамдарға ла ихлас йөрөйҙәр, бүтән ҡалаларға сығырға ла мөмкинлек табалар. – 2018 йылда ансамбль менән Мәскәүҙә фестивалдә ҡатнаштыҡ, икенсе йылына, тирмәләребеҙҙе ҡороп, Санкт-Петербургта һабантуйҙа булдыҡ. Һарытауҙы ла, Татарстанды ла күрҙек. Байрамдарҙа, конкурс- фестивалдәрҙә ҡатнашып торабыҙ, – ти Хәтмулла Байбулдин. Күңелен моңландырыусы ла, дәртләндереүсе лә музыка ҡоралы ул – гармуны. Йыш ҡына ҡулына алып, һағышланып ала моң эйәһе. – Йәштәрҙең гармунда уйнағанын ишетһәм, шул тиклем шатланам. Йәнле гармун тауышына бер нәмә лә етмәй. Ул үҙенә тартыу көсөнә эйә, – ти ул. Бына шулай гармунында уйнап тирә-йүндәгеләрҙең күңелен сафландырып, рухландырып йәшәй Сәйетбаба гармунсыһы. Резеда ШӘҢГӘРӘЕВА Ғафури районы.