Стәрлетамаҡ районының Түбәнге Уҫылы ауылынан Рәмзиә Хөснөтдинова менән Зәминә Вәхитованы ауылдаштары ҡул эше оҫталары булараҡ белә. – Атай-әсәй оло ине, шуға мине бәләкәйҙән эшкә өйрәтеп үҫтерҙеләр. Иң беренсе ойоҡбаш, бейәләй бәйләргә өйрәндем. 13-14 йәштә колхозда эшләй башланым, бала сағым хеҙмәттә үтте, – тип һөйләй башланы үҙе тураһында Рәмзиә апай. Оҙаҡ йылдар фермала һауынсы булып эшләһә лә, буш ваҡыттарында ҡулынан бәйләме төшмәй. Әле 80 йәшкә етеп барғанда ла күҙҙең яуын алырлыҡ таҫтамалдар сигә, белгәнен йәштәргә лә ихлас өйрәтә. – Күҙем күргәндә, һаулығым булғанда, ошолай клубҡа йөрөп, күргәҙмәләрҙә ҡатнашып, күңелемә ял алам, – ти ул. Оло йәшкә етһә лә, күҙлек кеймәүе менән дә һоҡландырҙы Рәмзиә апай. Икенсе оҫтабыҙ Зәминә Вәхитованың белгәне лә бик күп булып сыҡты. – Мин барлыҡ ҡул эштәре менән дә мауығам. Айырыуса шәл бәйләргә яратам. Үҙем Стәрлебаш районынан, беҙҙең төбәк шәлселәре менән данлы. Әсәйем дә бәйләне, ғүмер буйы фермала эшләгәс, минең менән ултырырға в