Республикала инде өсөнсө йыл рәттән “Атайсал” проекты уңышлы тормошҡа ашырыла. Был сара илһөйәр яҡташтарыбыҙға изге ғәмәлдәрҙе тормошҡа ашырыуҙа дәрт, сәм өҫтәне, тип әйтһәк тә хата булмаҫ. Туймазы районында ла ошондай илһөйәрҙәр бар. Бөгөн һеҙҙе уларҙың береһе – Азат Ғимазетдинов менән таныштырабыҙ. Азат Мәкәрим улы үҙенең фекерҙәштәре менән бергә “Атайсал” проекты буйынса райондың Илсембәт ауылында дүрт эште ғәмәлгә ашырыуға өлгәшкән. – Ватсаптағы “Беҙ бит ауыл егеттәре” тигән төркөмөбөҙ ауыл халҡынан һәм яҡташ ир-егеттәрҙән тора. Тобакүлде һәм уның тирә-яғын төҙөкләндереү, тергеҙеү менән бер нисә йыл шөғөлләнәбеҙ. Бөгөнгә күп эш башҡарылған. Яҡтылыҡ өсөн бағаналар ҡуйылған, электр ут үткәрелгән, аэрация өсөн насостар һатып алынған, мотопомпа һәм балыҡ селбәрәләре ебәрелгән, күл тәрәнәйтелгән, биләмәһе ҡыуаҡлыҡтарҙан һәм ҡый үләндәренән таҙартылған, эргә-тирәһен йыйыштырыу буйынса өмәләр үткәрелә, пирс ҡуйылған (шул иҫәптән йылғала ла). 2022 йылда халыҡҡа ял итеү, эйеү өсөн урын