Найти тему
Башҡортостан гәзите

Иртәгә төндә йүгерәсәктәр

Шәмбе төнөндә баш ҡалала йүгерәсәктәр. Сарала ҡатнашыусылар Октябрь проспекты буйлап биш йәки ун километр араны йүгереп үтәсәк, тип хәбәр итә Өфө ҡалаһы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте. Тағы шуныһы үҙенсәлекле: сарала өс сит илдән – Мысыр, Ҡаҙағстан, Беларусь Республикаһынан, тағы Рәсәйҙең 17 төбәгенән һәм 111 ҡалаһынан вәкилдәр булыр, тип көтөлә. Өҫтәүенә, был төндә йүгереп кенә ҡалмаясаҡтар, был ваҡытта тағы улар артистарҙың һәм музыканттарҙың сығышына шаһит буласаҡ. Транспорт саралары водителдәренә шуны хәбәр итәбеҙ: сара үткәрелгән ваҡытта Октябрь проспектындағы 105/1 йорттан Бессонов урамындағы киҫелешенә тиклемге арауыҡта хәрәкәт сикләнә. Сығанаҡ, фото: Өфө ҡалаһы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте.