Найти тему
Башҡортостан гәзите

Һәр ғаиләнең бәхет сере бар

Элек-электән халҡыбыҙ ғаилә йәнле, бала һөйәр, туған хисле ҡәүем булған. Әле лә шулайбыҙ. Ғөмүмән, һәр заманда ла матур ғаилә ил күрке һаналған. Ә уның бөтөнлөгө ҡатындың да, ирҙең дә булмышына, яҡшы мөнәсәбәттәрҙе һаҡлай белеүенә, уңғанлығына, тырышлығына һәм башҡа ғәмәлдәргә бәйле. Өфө районының Шамонин ауылында йәшәгән Дилә менән Рөстәм Миңлейә­ровтарҙың ғаиләһе ишле һәм бәхетле. Ғаилә башлығы Рөстәм Хәниф улы – сығышы менән Миәкә районының Нарыҫтау ауылынан, күп балалы ғаиләлә тыуып үҫкән. Уның атаһы Хәниф Ғиззәт улы ғүмер буйы колхозда – шофер, ә әсәһе Шәмсинур Миҙәт ҡыҙы һауынсы булып эшләгән. Хәҙер икеһе лә хаҡлы ялда. Өлкән йәштә булһалар ҙа, күпләп мал аҫрап, ҡош-ҡорт үҫтереп, ҡулдарынан килгәнсә балаларына ярҙам итергә тырышалар. Дилә Ринат ҡыҙы иһә сығышы менән Сибайҙан. Ғүмер буйы ҡала элеваторы тирмәнендә эшләгән әсәһе Мырҙабикә Шакирйән ҡыҙы менән ошонда уҡ оҫта булып хеҙмәт иткән атаһы Ринат Сөләймән улы Ҡорбанаевтарҙың күп балалы, татыу ғаиләһендә тәрбиәләнгән ул. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ғәзиз кешеләренең икеһе лә гүр эйәһе инде. Дилә менән Рөстәм Миңлейәровтар, үҙҙәренең ата-әсәһе кеүек, эшкә уңған, тырыш, маҡсатлы, сәмселдәр, күп бала тәрбиәләйҙәр. Ғаилә башлығы Миәкә районының Илсеғол урта мәктәбендә белем алғандан һуң Сибай күп профилле һөнәри колледжына уҡырға инә һәм уны ҡыҙыл дипломға тамамлай. Артабан Рөстәм Хәниф улы Магнитогорск дәүләт университетында “Ташты художестволы эшкәртеү технологияһы” белгеслеге буйынса белем ала. Рөстәм Миңлейәров Өфөләге “Артель” халыҡ-художество промысла­ларының уҡыу-етештереү предприя­тиеһында ташты художестволы эшкәртеү буйынса технолог, директор урынбаҫары булған. Әле ул ошо ойошмаға етәкселек итә. Рөстәм Хәниф улы таш эшкәртеү сәнғәтенә индергән тос өлөшө, флорентия мозаикаһының башҡорт коллекцияһы әҫәрҙәрен барлыҡҡа килтергәне өсөн Карл Фаберже халыҡ-ара мемориаль фонды наградаһына – “Мосолман донъяһының почетлы ювелиры” орденына лайыҡ булған. Дилә Ринат ҡыҙы иһә М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетын тамамлаған. Ул – юғары квалификациялы башҡорт теле уҡытыусыһы, Шамонин урта мәктәбе директоры урынбаҫары. Дилә менән Рөстәм Миңлейәров­тарҙың ғаиләһе Сибайҙа барлыҡҡа килгән. Артабан улар Миәкә районының Нарыҫтау ауылында, Өфө ҡалаһында йәшәй. Хәҙер Өфө районының Шамонин ауылында төпләнгәндәр. – Ғаилә ул изгелек, мәрхәмәтлелек, бер-береңде аңлау, берҙәмлек һәм һәммәһен дә бергә туплаусы көс икәнлеген әсәйебеҙ һәм атайыбыҙ өлгөһөндә күреп үҫтек, – ти Дилә менән Рөстәм Миңлейәровтар. Ә үҙҙәренең татыу ғаиләһендә өс малай үҫә. Өлкән улдары Дияз Өфө фән һәм технологиялар универ­ситетының авиация двигателдәре, энергетика һәм транспорт факультетының беренсе курсын тамамлаған. Икенсе улдары Малик – Шамонин урта мәктәбенең VII “б” класы уҡыусыһы. Егеттәрҙең икеһе лә бәләкәй сағынан “Дарман” өлгөлө халыҡ бейеүҙәре ансамблендә шөғөлләнә. Дияз, сыға­рылыш төркөмөнән булһа ла, төрлө концерттарҙа ҡатнашыуын дауам итә. Былтыр “Бөйөк дала рухы” бейеүен клип итеп төшөрөүҙә ҡатнашҡан. Бынан тыш, ул “Салауат төшө” бейеүендә милли батырыбыҙҙы һынландырҙы. Малик та ағаһына оҡшап яҡшы уҡырға тырыша, шулай уҡ бейей ҙә. Ата-әсә балаларҙа үҙенсәлекле бейеү донъяһына һөйөү тәрбиәләгәне өсөн “Дарман” ансамбле етәкселәре Алина менән Роберт Хәмиҙуллиндарға сикһеҙ рәхмәтле. Тағы, Дияз менән Малик – спортсы ла. Бигерәк тә баскетболды (тренерҙары – Зөлфиә Асҡарова) үҙ итәләр. Ә ке­селәре Кәримгә – әлегә дүрт кенә йәш. Ул ике йылдан мәктәпкә уҡырға барыуҙы түҙемһеҙләнеп көтә һәм әлегә “Аҡбуҙат” балалар баҡсаһына йөрөй, хәрефтәрҙе ныҡлап өйрәнә. ...Республикалағы һәр ғаилә шулай үҙенсә бәхетле, уларҙың һәммәһенең дә үҙҙәренә генә хас шатлыҡ-ҡыуа­ныстары бар, бәхет серҙәре лә үҙенсәлекле. Иң мөһиме – быуын сылбырҙары өҙөлмәһен, донъялар тыныс булһын. Айһылыу НИЗАМОВА