Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Дегәнәк миндеге башҡа файҙалы, артыш – билгә, ә сирень...

Миндек бәйләү ваҡыты үтә. Ғәҙәттә, июнь уртаһы-июль башында башҡарылып ҡала был эш. Рустар уны, Петр (Питрау) көнө тирәһендә - 12 июль - әҙерләүҙән дә яҡшыһы юҡ, ти. Ҡайын ботаҡтары осондағы япраҡтар башҡалары менән бер ҙурлыҡҡа еткәс. Япраҡтар ошо мәлгә тигеҙләшә лә инде. Тигеҙләшкәнен көтмәһәң, кипкәс, улар ҡойолоп бөтә. Белгестәр әйтеүенсә, миндекте уртаса, йәғни 15-20 йыллыҡ, ағас ботаҡтарынан әҙерләргә. Асыҡлыҡта үҫкәненә ҡарағанда, урман эсендәге ағас япраҡтарының сифаты яҡшыраҡ.Миндек бәйләгәс, уны бер нисә көн ҡараңғы келәттә йә һарайҙа тоторға. Ботаҡтар бер аҙ кипшей, миндек һабы бушамай. Миндеккә төрлө үләндәр ҙә өҫтәүселәр бар: әрем, мәтрүшкә, бөтнөк, кесерткән...Ә ниндәй миндек нимәгә файҙалы? Имәндеке ныҡлы була, бер нисә мунсаға етә. Йәш сейәнеке тәнде һәм быуындарҙы дауалай икән. Дегәнәк миндеге башты сабыуға яҡшы: ҡан тамырҙарын киңәйтә һәм ҡан баҫымын яйға һала. Артыш ботаҡтары менән бил, муйын, елкәне сабыр кәрәк. Ә бына сирень ҡыуағынан алынған миндекте сабыныу өсөн түгел, бешекләп, хуш еҫе өсөн ҡулланалар, имеш. Ул мунсаның эҫеһен йомшартып, тәнгә рәхәтлек өҫтәй. Фото: obuvopt-amin.ru