Малаяҙ ауылында “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарына ярҙам” темаһына түңәрәк өҫтәл ойошторолдо. Сарала хакимиәт башлығының эшҡыуарлыҡ һәм инвестициялар буйынса урынбаҫары Илшат Хәсәнов, Башҡортостан Республикаһындағы Эшҡыуарҙарҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса вәкилдең йәмәғәт ярҙамсыһы Исрафил Хәйров һәм Мәсәғүт ауылы күп функциялы үҙәгенең бүлек мөдире Салауат Жианғәлин ҡатнашты. Илшат Хәсәнов эшҡыуарҙарға “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарына, шулай уҡ “Һөнәри килемгә һалым” махсус һалым режимын ҡулланған физик шәхестәргә 2021-2026 йылдарҙа ярҙам” муниципаль программаһы тураһында һөйләне. Ул "Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына ярҙам" милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла. Шулай уҡ субсидия биреү тәртибе, ярҙам алыу шарттары һәм конкурс һайлап алыуында ҡатнашыу талаптары тураһында һөйләне. Бизнесты асыу һәм алып барыу өсөн финанс һәм финанс булмаған ярҙам саралары, шул иҫәптән: мөлкәт ярҙамы, льготалы ҡуртым һәм ер участкаларын биреү, льготалы кре