Коронавирус пандемияһы баҫылыуы менән республиканың ковид- госпиталдәре эштәрен күп профилле режимға күсерҙе. Хәҙер Зубов, Стәрлетамаҡ, Сибай һәм Туймазылағы клиник-диагностик йоғошло ауырыуҙар үҙәктәре коронавирус инфекцияһынан ғына түгел, ә башҡа йоғошло сирҙәрҙән дә дауалай. Госпиталдәрҙең барыһы ла бер проект буйынса төҙөлгән, заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Һәр госпиталь бинаһы ете “нурҙан” тора, уларҙа ҡабул итеү, реанимация, педиатрия,терапия, йоғошло сирҙәр бүлексәләре урынлашҡан. Госпиталдең төп үҙенсәлеге – һәр подразделениеның автономлы эшләүе. Инфекцияның бер корпустан икенсеһенә таралыу, йоғоу хәүефе юҡ. Филиалдарҙа йоғошһоҙландырыу бүлексәләре эшләй. Бүлексәләр технологик процестарҙың теүәл үтәлешен иҫәптә тотоп проектланған һәм ҡиммәтле ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Уларҙы урынлаштырыу һәм инженер тәьмин итеүе буйынса ҡәтғи талаптар ҡуйылған. Хәҙерге ваҡытта Урал аръяғы клиник-диагностик йоғошло ауырыуҙар үҙәгендә – 136, Туймазы үҙәгендә – 160, Зубовта –