Көйөргәҙе районының Таймаҫ ауылында йәшәгән Зәлифә Исмәғилева электән таҡмаҡтар менән ҡыҙыҡһына. Байтаҡ йылдар дауамында 280 таҡмаҡ йыйған, бынан тыш үҙе яҙғандары ла бихисап. Зәлифә апай хеҙмәт йылдары менән дә хаҡлы ғорурлана ала. Һөнәре буйынса ул сәнғәткә яҡын түгел, ләкин күңеле тулы моң. Дөйөм хеҙмәт стажы 46 йылға етә, был осорҙа ул баш бухгалтер ҙа, юрист та булып эшләгән. Һуңыраҡ эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгән.Бер нисә тапҡыр ауыл советы депутаты булып һайланған. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының “Ал да нур сәс халҡыңа!” миҙалы менән бүләкләнгән. 74 йәштә булһа ла, әле лә ял итеп кенә ултырырға ашыҡмай конкурсантыбыҙ, йәмәғәт тормошонда ҡайнап йәшәй. “Әхирәттәр” фольклор төркөмөндә шөғөлләнергә өлгөрә, ағинәйҙәр менән төрлө сараларҙа ҡатнаша. Хаҡлы ялға сыҡҡас, ваҡыт иркенәйеү менән, таҡмаҡтар йыйыу, ижад итеүгә иғтибарын йүнәлтә. Шул уҡ ваҡытта ауыл тарихын яҙыу менән дә шөғөлләнә. Бына ошолай төрлө яҡлап һәләтле таҡмаҡсыбыҙ менән таныштыҡ. Зәлифә апайға ауыҙ-тел ижадының ынйыларын юғалтмай һаҡлаған өсөн рәхмәтлебеҙ, сөнки уларҙа халҡыбыҙ тормошо, халҡыбыҙ кәйефе сағыла. Гәзитебеҙ конкурсында ла уңыш яуларға яҙһын Таймаҫ таҡмаҡсыһына. Фото: шәхси архивтан.