Найти тему
Башҡортостан гәзите

“Минең Алмасым бит ул!”

Рәсәй Федерацияһы Геройы Алмас Минеғәле улы Сафин тураһында байтаҡ мәҡәләләр донъя күрһә лә, уның хаҡындағы иҫтәлектәр яңынан-яңы биҙәктәргә байый, уның хаҡында тағы ла күберәк белге килә. "Мин дә башҡорт егетенең тормош юлы, туғандары, уның хаҡында иҫтәлектәре менән уртаҡлашҡым килде", тип яҙа беҙгә яҡташы Гөлсинә Йомағужина. "Батыр егет 1985 йылда Әлшәй районының Раевка ҡасабаһында тыуған, урындағы 2-се мәктәптең IX класын тамамлағандан һуң, Бердскиҙа электр механикаһы техникумында белем ала. 2014 йылда Новосибирск юғары хәрби команда училищеһын тамамлағас, контракт буйынса хеҙмәт итә, десант ғәскәрҙәренә хәрби хеҙмәткәрҙәр әҙерләү менән шөғөлләнә. Алмас 2018 йылда Сүриәләге хәрби операцияла ҡатнаша. 2022 йылдың 30 сентябрендә 76-сы гвардия десант-штурм дивизияһының 237-се десант-һөжүм полкы составында Украинала барған махсус хәрби операцияға йүнәлә. Быйыл 14 ғинуарҙа ҡыйыу старшина алыш барышында шәхси ҡорал менән дошмандың биш яугирен юҡ итә, ҡаршы яҡтың ҡапыл һөжүм итергә маташыуын иҫкәртергә өлгөрә. Ярсыҡ тейеп, ауыр яра ала, әммә һуңғы һулышына тиклем һалдаттарға идара итеүен һәм дошманға ут яуҙырыуын дауам итә. Полктың 3-сө десант-штурм батальоны составынан ярҙамға өҫтәмә көстәр килгәс, дошман сигенергә мәжбүр була. Дөйөм алғанда, алышта украин ғәскәрҙәре 50 хәрби хеҙмәткәрен, бер танк һәм ике бронемашинаһын юғалта. 2023 йылдың 17 ғинуарында Алмас Сафинға үлгәндән һуң Рәсәй Федерацияһы Геройы исеме бирелә. Десантсының ике ҡыҙы һәм улы ҡалды... Туғандары, дуҫтары, таныштары Герой тураһында күңелдәрендә йылы, онотолмаҫлыҡ хәтирәләр һаҡлай. “Бала саҡтан Алмас шуҡ, шаян, тиктормаҫ, көслө, эшһөйәр, яҡшы ойоштороусы, бер һүҙ менән әйткәндә, алыштырғыһыҙ лидер булды. 12 йәштән атайһыҙ ҡалғас, уға ғаилә йөгөн йәштән әсәһе менән бергәләп тартырға тура килде. Ул һәр ваҡыт хужалыҡ эшендә ярҙам итте, туғандарын ҡарашты. Әсәһе Гүзәл апай һәр саҡ "минең Алмасым бит ул”, тип ғорурланып, яратып - һөйөп кенә үҫтерҙе. Батыр егетебеҙ бәләкәйҙән тәүәккәл, үҙаллы булырға өйрәнде”, – тип хәтерләй яҡташтары. Ни өсөн хәрби хеҙмәт юлын һайлауын армия сафтарында хеҙмәт иткән саҡта уҡ раҫлай ул. 2014 йылда контракт буйынса хеҙмәт итә башлай. Бергә армияла булған дуҫтарын йыйып, Новгород училищеһында үҙе хеҙмәт иткән кеүек бригада төҙөй. Алмастың ротаһы башҡа роталарҙан һалдаттарҙың йәшәү шарттары, дуҫлыҡ мөнәсәбәттәре менән айырылып торған. Һалдаттарына туғанылай ҡараған, холҡон, ҡыҙыҡһыныуҙарын белеп, һәр береһе менән уртаҡ тел тапҡан, кемгәлер яғымлы, яҡшы һүҙле булһа, ҡайһы берәүҙәргә ҡарата ҡаты ҡуллы булырға ла тура килгән. Алмас Сафин Башҡортостанды яратҡан, уның менән сикһеҙ ғорурланған, үҙенең һалдаттары араһында ла тыуған яғы менән һоҡланып, халҡы тураһында һөйләр булған, милләтәштәрен хөрмәт иткән. Ҡайтҡан һайын Башҡортостанды йөрөп сығырға тырышҡан. “Алмас ҡайтҡан!” – тигән хәбәр ауылда таралһа, йәше-ҡарты уның менән күрешергә ашыҡҡан. Һәр ҡайһыһы ҡунаҡҡа саҡырып көтөп торған. Туғандарында, дуҫтарында Алмас ҡунаҡ ҡына булмаған, эштәрен башҡарышып, ярҙам итешеп тә йөрөгән. Кемгәлер бесән сабышҡан, кемгәлер утын ярған, кемгәлер өй төҙөшкән, тиҙәр уның тураһында. Сит ерҙәрҙә йөрөгәндә, егет тыуған яғын, туғандарын ныҡ һағынған, әлбиттә. Әсәһе, балалары тураһында гел уйлап, һорашып торор булған. Армия сафында, шулай уҡ махсус хәрби операцияла булғанда Алмастың “Башҡорт” позывнойы булған. Ә үҙендә хеҙмәт иткән егеттәрҙе яратып, “И-ий, мои башкирята!” тип йөрөткән, тиҙәр. Уның йыш ҡабатларға яратҡан бер нисә фразаһын да иҫкә төшөрәйек: “Не доводите меня! Иначе узнаете, кто такой башкир!”, “Не был в Башкортостане? Да ты жизнь совсем не видел, значит!”, “Как в Башкортостане люди живут? Заборы красят, траву косят - все как в армии!”, “Так, мужики, “Раевский лимонад”! Вкус детства и Родины! Берем ящик, лучше два..." Алмас менән бергә хеҙмәт иткән һәр егеткә ул “бисмилла” һүҙен иҫтә ҡалдырырға ҡушҡан, һалдаттың иртәһе шул һүҙҙән башланырға тейеш, тип аңлатҡан. Алмас ябайлығы менән кешеләрҙе хайран ҡалдырған. Ҡулынан килгәнсә, нимә менән булһа ла, йылы һүҙгә мохтаждарға ярҙам итергә тырышҡан. Мәҫәлән, Новосибирск ҡалаһында хеҙмәт иткән сағында балалар йортона бүләктәр ебәргәнен, ике өләсәйгә аҙыҡ-түлек алышҡанын хәтерләй хеҙмәттәштәре. Алмас Сафиндың ни өсөн ошо хәрби юлды һайлауы тураһында әйткән һүҙҙәре хеҙмәттәштәренең күңелендә. “Ни өсөн махсус хәрби операцияла ҡатнашыу минең өсөн кәрәк? Бөтәһе лә көн кеүек асыҡ. Тирә-яғыңа әйләнеп күҙ һал: кемдер эштә, кемдер ял итә, балалар үҫтерә, студенттар уҡый... Һәр кем үҙ эше менән мәшғүл, улар һуғышырға тейеш түгел! Ни өсөн мин һалдаттарға талапсанмын, ниңә өсөн ҡәтғи тәртипкә һәм күнекмәләргә өйрәтәм? Мин күнектергән һалдатты һәр кем менән алыштырып булмай, ул ун кешене алыштыра ала! Һалдат ни тиклем профессионалерәк һәм үҙен ышаныслыраҡ тота, шунса күберәк кеше тыныс тормошта йәшәйәсәк. Уҡығыҙ, эшләгеҙ, ғаиләгеҙҙе ҡарағыҙ, балалар үҫтерегеҙ, ә беҙ һеҙҙең өсөн, тыныс тормош өсөн көрәшәсәкбеҙ. Борсолмағыҙ, мәсьәлә хәл ителәсәк! Был – минең бурысым!”– тип аңлатҡан үҙенең маҡсатын егет. Тарихта Алмас кеүек батыр, сәмле, ышаныслы кешеләр һирәк тыуа. Һуғыш яланында яҡташыбыҙ үҙен башҡаса тота ла алмаҫ ине. Ул башҡаларҙан ғәҙәти булмаған ҡыйыулығы, отҡорлоғо менән айырылып торған. Әкиәттәрҙә һөйләнгәнсә, уның кеүек “көслөләрҙән - көслө, яҡшыларҙан - яҡшы батырҙар” халҡы өсөн үҙен йәлләмәй һәләк була. Алмас та шулай. Һалдаттары унан өлгө алған, башҡорт егетендәге күркәм сифаттарҙы үҙҙәрендә лә тәрбиәләргә тырышҡан. “Уны бер кем дә алмаштыра алмаясаҡ”, – тип уңалмаҫ күңел яраларын яңырта туғандары. Яҡташыбыҙ хеҙмәттәштәрен Башҡортостанға, тыуған яғы менән таныштырыу өсөн Әлшәйгә алып ҡайтып йөрөгән. Тыуған ере менән генә түгел, туғандары менән дә таныштырған. Әсәһе Гүзәл апай ҡунаҡтарҙың һәр береһен үҙенең улы кеүек ҡаршы алған, ҡунаҡ иткән, йылы һүҙҙәр менән оҙатҡан, хатта исемдәрен дә онотмаған әле. Махсус хәрби операция ваҡытында ла улы аша дуҫтарының хәл-әхүәлен белешеп торған. Алмастай егеттәребеҙ барында, тыныс, имен көндәрҙең урамыбыҙҙа оҙаҡламай хакимлек итәсәгенә өмөтөбөҙ арта. Батырҙар исемдәренең халыҡ күңелендә оҙаҡ йәшәйәсәгенә ныҡ ышанабыҙ, улар менән сикһеҙ ғорурланабыҙ". Өфө дәүләт фән һәм технологиялар университеты студенты Гөлсинә Йомағужинаға батыр яҡташы тураһындағы яҙмаһы өсөн рәхмәт әйтәбеҙ. Фото: шәхси архивтан.