Элек-электән халҡыбыҙ ғаилә йәнле, бала һөйәр, туған хисле ҡәүем булған. Әле лә шулайбыҙ. Ғөмүмән, һәр заманда ла матур ғаилә ил күрке һаналған. Ә уның бөтөнлөгө ҡатындың да, ирҙең дә булмышына, яҡшы мөнәсәбәттәрҙе һаҡлай белеүенә, уңғанлығына, тырышлығына һәм башҡа ғәмәлдәргә бәйле. Өфө районының Шамонин ауылында йәшәгән Дилә менән Рөстәм Миңлейәровтарҙың ғаиләһе ишле һәм бәхетле. Ғаилә башлығы Рөстәм Хәниф улы – сығышы менән Миәкә районының Нарыҫтау ауылынан, күп балалы ғаиләлә тыуып үҫкән. Уның атаһы Хәниф Ғиззәт улы ғүмер буйы колхозда – шофер, ә әсәһе Шәмсинур Миҙәт ҡыҙы һауынсы булып эшләгән. Хәҙер икеһе лә хаҡлы ялда. Өлкән йәштә булһалар ҙа, күпләп мал аҫрап, ҡош-ҡорт үҫтереп, ҡулдарынан килгәнсә балаларына ярҙам итергә тырышалар. Дилә Ринат ҡыҙы иһә сығышы менән Сибайҙан. Ғүмер буйы ҡала элеваторы тирмәнендә эшләгән әсәһе Мырҙабикә Шакирйән ҡыҙы менән ошонда уҡ оҫта булып хеҙмәт иткән атаһы Ринат Сөләймән улы Ҡорбанаевтарҙың күп балалы, татыу ғаиләһендә тәрбиәләнгән ул. Ҡыҙған